Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!

«Йәншишмә»гә яҙылып, бүләк отоусылар.

«Йәншишмә»ләр менән осрашыу була, тигән хәбәр мәктәптә тиҙ таралды, шунда уҡ ниндәйҙер йәнлелек башланды. Ни тиһәң дә, бала күңеленә илһам, дәрт өҫтәүсе, ижади үрҙәргә әйҙәүсе матбуғат баҫмаһының баш мөхәррире үҙе килә бит!

Осрашыу ваҡытында.

Ҡунаҡтарҙы уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаршы алды. Осрашыуҙы беҙ гәзиттең девизы бул­ған «Киләсәк кемдән башлана?» тигән һорау менән асып ебәрҙек. «Йәншишмә»лә үҫмерҙәр һәм балалар өсөн фәһемле, мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр­ҙе, гәзиттә баҫылған ши­ғырҙарҙы, әкиәттәрҙе кү­ҙәтеп кенә түгел, ә үҙебеҙ­ҙең дә ҡәләмебеҙҙе һынап ҡарау мөмкинлеге булыуын иҫәпкә алып, матбуғат баҫма­һына яҙылырға өндәнек. Артабан һүҙҙе гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов алды. Ул «Йәншишмә»нең барлыҡҡа килеү тарихы, йөкмәткеһе, килгән хаттар, ҡыҙыҡлы рубрикалар, ижадҡа ынтылыу­сылар тура­һында мауыҡ­тыр­ғыс итеп һөйләгәндән һуң, үҙ­ҙәренең ши­ғыр­ҙарын уҡып ишеттерергә теләгән уҡыу­сылар сәхнәгә күтәрелде. Айырыуса Әҙилә Әҙел­мыр­ҙинаның «йондоҙло сәғәте»нә әйләнде был шиғри минуттар. Унан синыфташы Ди­нә Әхмәрова ла ҡалышмаҫҡа тырышты.

Рамаҙан Моратшин.

Баш мөхәррирҙең «Минең өс айым» конкурсы еңеүсеһе Рамаҙан Моратшинды ҡотлап, бүләген тапшырыуы ла барыбыҙ өсөн ҡыуаныслы күренеш булды.

Руслана Хөшшәмова менән
Байрас Кинйәбаев бейей.

Был көндө мәртәбәле ҡунаҡтарға һәр уҡыусы үҙ һәләтен күрһәтеп ҡалырға ашыҡты. Драма түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр Зөһрә Фәйзуллинаның «Етегән йондоҙ» әкиәтен сәхнәләштерҙе (етәкселәре – Айгөл Хисмәтова). Байрас Кин­йәбаев, Юлиә Таһирова, Илдар Ғизетдинов, Данияр Ҡол­ғәйетов, Ғәҙел Ғәҙелшин, Руслана Хөшшәмова һәм Ер ҡыҙҙары булып уйнаған ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәрен ысын артис­тар итеп танытты. Лилиә Сәлим ҡыҙы Солтанова етәкләгән вокаль һәм ҡумыҙ­сылар ан­самбл­дәре сығышы, һәр ва­ҡыт­та­ғы­са, тамашасылар­ҙың кү­ңеленә хуш килде. Нәркәс Нурғәлина етәкләгән «Йәй­ғор» өлгөлө бейеү ансамбле солис­тары Рус­лана Хөшшәмова менән Байрас Кинйәбаев «Эх, йәшлек» бейеүе менән про­фес­сио­нал­дар­ҙан һис тә ҡалышманы, тиһәң дә хата булмаҫ. Ә бына III си­ныф ма­лайҙары «Бөркөттәр» бейеүе менән барыһын хайран итте (Лилиә Бәрәкова).
Матур сығыштар ҡарағас, Мирсәйет Ғүмәр улы гәзиткә яҙылыусылар араһында отош уйыны үткәрҙе. Йәрәбәне тартып сығарырға VI синыф уҡыу­сыһы Фәнис Ҡараҡаев сыҡты. Уйын бик сәмле бар­ҙы. Арсен Ғабдуллин, Руслан Хөшшәмов, Ильяс Ишкилдин, Сөм­бөл Сөләймәнова яратҡан баҫмаларының бүләктәрен алып ҡыуанды.
«Йәншишмә»нең йәнле һулышы барыһының да күңеленә хуш килде. Алдағы йылда һәр синыфҡа берәр баҫмаға яҙыл­ған инек, осрашыу һуңында «Йәншишмә»гә – бөтә синыф менән!» акцияһында ҡатна­шыр­ға теләк белде­реүселәр ҙә булды.

Илсиә БИЛАЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Әбйәлил районы, Ташбулат мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code