Бер ҙә һынатмай беҙҙең ҡыҙҙар

Рәзилә.

«Бала ҡулы ни тиклем оҫта булһа, ул шул тиклем аҡыллыраҡ. Ҡул оҫталығы камиллашҡан һайын аҡыл көсө лә нығына бара», – тигән педагог-новатор, яҙыусы Василий Сухомлинский. Ысынлап та, был һүҙҙәр бик дөрөҫ әйтелгән. Ун һигеҙ йыл эшләү дәүеремдә мин быға ҡат-ҡат инана барам. Ырғаҡ, энә менән бәйләү дәрестәре лә балаға бик ыңғай тәьҫир итә. Бәләкәй моторикаһы үҫеүе һөҙөмтәһендә телмәре, хәтере яҡшыра, иғтибарлығы, түҙемлелеге арта.

 

Динә.

Түңәрәккә йөрөүсе уҡыу­сыларым да быға асыҡ миҫал булып тора. Улар уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәй, мәктәп тормошонда ла бик әүҙемдәр. Мәҫәлән, Динә

Ирина.

Сәлимова музыка мәктәбендәге бейеү түңәрәгендә лә шөғөлләнә, беҙгә лә йөрөп өлгөрә. Ырғаҡ, энә менән бәйләү түңәрәгенә беренсе синыфта уҡығанда уҡ яҙылғайны. Ярайһы ғына оҫтарып алып, конкурстарҙа ла ҙур еңеүҙәр яулай башланы. Һигеҙ йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, биштәр бәйләп, Стәрлетамаҡта үткән «Арт-старт» бәйгеһендә ҡатнашып, «Халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡ мәҙәниәтен һаҡларға һәм пропагандаларға өлөш индергәне өсөн» номинацияһында бүләкләнде. Был ярышта йәштәше Ирина Стучилина ла һынатманы. Бәйләгән эт уйынсығы ошо уҡ номинацияла еңеүсе булды. Ә Рәзилә Ишкилдина «Күгәрсендәр ояла» эшен баш­ҡарып, «Башҡортостан ҡоштары» республика бәйгеһендә үҙен һынап ҡараны. Еңмәһә лә, сертификат алып, ҡыуанып ҡайтты.
Түңәрәккә йөрөүсе баш­ҡа ҡыҙҙарым да тик маҡтауға ғына лайыҡ. Уларҙың барыһын да яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешеүҙәрен теләйем.

Розалиә ИБРАҠОВА.
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code