Бер ҙә һынатмаҫар әле

Белем усағыбыҙҙа ҡы­ҙыҡһыныусан, белемгә ынтылыусан, тырыш, ту­ған телен яратыусы балалар күп. Бөгөн һүҙем Тусыбай мәктәбенең V синыфын тамамлаған Әлмир Ғилемшин һәм Илнара Ғәфүрова тураһында. Район, республика кимәлендәге күп төрлө олимпиада, бәйгеләрҙә ҡатнашҡан уҡыу алдынғылары улар. Әлмир ҙә, Илнара ла тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. «Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте» йыр фестивалендә ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнделәр. Талантлы балалар ара­һында үткәрелгән «Өмөт елкәндәре» район слётында үҙҙәрен һынап ҡаранылар. Мәктәптә ойош­торолған байрамдарҙы оҫта алып барыу­сылар ҙа.
Әлмир районда үткәрелгән рәсем буйынса бәйгеләрҙә – I, урыҫ теле буйынса олимпиадала II урын яуланы, «Минең яратҡан әҙәби геройым», «Сәләмәт тормош юлын һайла» плакаттар, төрлө халыҡ-ара предмет конкурстарында еңеүсе. Уның һүрәте Иҫке Балтас урамындағы баннерҙа тора.
Илнара районда «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә йыл һайын еңеү яулай. Республика кимәлендә ҡатнашып та үҙен һынап ҡараны. Баш­ҡорт теле буйынса олимпиадала призлы урын алды, төрлө фәндәр буйынса дистанцион ярыштарҙа диплом, Почёт грамоталары менән бүләкләнде. «Минең яратҡан китабым» район конкурсында приз алып ҡыуанды.
Уҡыусыларыма ҡарайым да шатланам. Үҙем өйрәткән тик яҡшы сифаттарҙы ғына күрәм уларҙа. Киләсәктә, һис шикһеҙ, ысын кеше булып үҫеүҙәренә ышанам. Афарин, Әлмир, Илнара, гел шулай һынатмағыҙ, йәме.

Фәнизә ҠАРАҒУЖИНА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Балтас районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code