Бер ҙә һынатҡы килмәй

Мәктәбебеҙҙә Экология һәм айырыуса һаҡланған тәби­ғәт биләмәләре йылын йомғаҡлап, башланғыс синыфтар араһында бик күңелле һәм файҙалы кисә үтте. Был сараның төп маҡсаты, берҙән, тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, икенсе яҡтан, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү ине.

Һәр синыф тәбиғәтте һаҡлау темаһына әкиәт сәхнә­ләш­тер­ҙе. Беренселәр (етәк­сеһе – Р. Рахманғолова) «Ҡуяндар» әкиәте буйынса әҙерләнә, өсөнсөләр (Ф. Мө­хәмәҙиева) кешеләрҙең тәбиғәткә килтергән яман эштәренә хөкөм сығар­һалар, II һәм IV синыфтар (З. Шәм­ғолова) «Ал сәскә» әкиәте аша тәбиғәттә үҙ-үҙеңде нисек тоторға ярамағанлығын бик үҙенсәлекле итеп күрһәтеп бирҙе. Балалар бәләкәс кенә булһалар ҙа, сәхнәлә береһе лә юғалып ҡалманы.
Йыл буйына беҙҙә бик күп эштәр башҡарылды. Ошо йыл­ға арналған синыф сәғәттәре, асыҡ дәрестәр, урман, һыу, ҡоштар, ҡарабаш турғай көндәре, йылға буйын, ауылды сүп-сарҙан таҙартыу өмәләре, төрлө темаларға викториналар, КВН, һүрәттәр, шиғыр, иншалар конкурстары балаларға бик оҡшаны. Экология йылында башлан­ған изге эштәр киләсәктә лә дауам ителер тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Зөһрә ШӘМҒОЛОВА, башланғыс синыфтар ойошмаһы етәксеһе.
Ҡыйғы районы, Абзай ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code