Берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы

Еңеүселәр Алһыу Рафиҡова, Арыҫлан Хәмитов һәм Асҡар Маликов.

Баш ҡалабыҙҙа «Илһам» нәфис һүҙ һөйләү конкурсы ун икенсе тапҡыр үткәрелде. Уны йыл һайын Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы ойоштора. Йәш быуынды үҫтереү, туған телгә, мәҙәни мираҫҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарылған бәйгелә мәктәп, район кимәлендә 500-гә яҡын бала ҡатнашты. Һәр йәш төркөмөндә еңеүселәр ҡалала көсөн һынау бәхетенә иреште.

– Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, үҙгәрештәр ҙә индерелде. Быға тиклем ул шиғыр һөйләүселәр конкурсы, тип кенә үткәрелә, унда ҡатнашыусылар баш­ҡорт, татар, урыҫ телдәрендә сығыш яһай­ҙар ҙа, һөҙөмтәләрен аҙаҡ ҡы­на белеп, Маҡтау грамоталарын килеп алалар ине. Ә бөгөн, күреп тораһығыҙ, һынау икенсерәк шарттарҙа уҙҙы, – ти мәғариф идаралығының фәнни-мәғлүмәти методик үҙәгенең милли мәғариф бүлеге мөдире Сәриә Хәбир ҡыҙы Рәхмәтуллина.
Ысынлап та, һүҙ оҫталары ярышы бик йәнле барҙы. Беренсе тур­ҙа ҡатнашыусылар Баш­ҡортостаныбыҙға арнал­ған шиғырҙарҙы күңелгә үтеп инерлек итеп һөйләне. Иң беренсе сәхнәгә – башланғыс­тар, унан урта, өлкән синыфтар, үҙ районында еңгән тәрбиәселәр, уҡытыусылар сыҡты. Улар араһынан иң-иңдәр­ҙе һайлап алып, һәр бер йәш төркөмөнән дүртәр кешене икенсе тур­ға үткәреү баһалама төркөмөнә бигүк еңелдән булманы. Сираттағы һынау «Ғаилә – шатлыҡ, бәхет, мөхәббәт шишмәһе» тигән темаға арналды. Ә финалда I – IV, V – VIII, IX – XI синыфтарҙан, педагог-тәрбиәселәрҙән икешәр генә бәйгесе ҡалып, улар Мос­тай Кәрим шиғырҙарын яттан һөйләп күрһәтте. Конкурста ҡатнашыу­сыларҙың шиғыр-әҫәрҙәрҙе образға инеп, оҫта итеп сығыш яһау­ҙары хайран ҡалдырҙы. Ана, 102-се баш­ҡорт гимназияһынан Арыҫлан Хәмитов «Үлмәҫбай» поэмаһын нисек һөйләй! Уның ятлағанын оҡшатып, барыһы ла дәррәү ҡул сапты. Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан Искәндәр Мөхәмәтйәнов, 2-се баш­ҡорт лицейынан Әҙилә Билалова, Максим Горький исемендәге 3-сө гимназиянан Зөлхизә Әйүпова, 51-се баш­ҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Шәүрә Ярмуллина, 282-се балалар баҡсаһы­нан Наилә Ниғмәтова, Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһынан Әлфирә Искәндәроваларҙың сығыштары ла бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
– Зөлхизә Әйүпова – бар яҡтан да әүҙем ҡыҙ. «Тамыр» студияһында шөғөлләнгән, үҙе йырлай, матур итеп бейей. Гимназиябыҙҙа башҡорт телендә үткәрелгән бөтә сараларҙа ҡустыһы Айтуған менән алып барыусы булалар. Былтыр «Йөрәк һүҙе» республика бәйгеһендә әсәһе Дилара менән икенсе урын яуланылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында район кимәлендә еңеүсе булды. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, – ти Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияның баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнгизә Ра­фаил ҡыҙы Нафиҡова. Ҡыҙ V – VIII синыфтар араһында икенсе урын алып ҡыуанды.
Ә кемдәр еңеүсе булды, тиһегеҙме? Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гим­назияһынан Асҡар Маликов, 102-се башҡорт гимназияһынан Арыҫлан Хәмитов, 160-сы лицей­ҙан Алһыу Рафиҡова, 140-сы баш­ҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Искәндәровалар. Афариндар! Уларға мәғариф ида­ралығының дипломдары һәм иҫтәлеккә китаптар тапшырылды.
Ҡалған ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы, барыһы ла төрлө номинацияларҙа тәбрикләнде. Бөтәгеҙҙе лә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, киләһе бәйгеләрҙә лә һынатмағыҙ, йәме.

Г. ИБРАЕВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code