Берҙәмлектә – көс!

Беҙ Иван Якутов исемендәге ял паркында.

Бына беҙ, ниһайәт, дүртенсе синыфты тамамланыҡ. Ә бит ҡасан ғына беренсегә уҡырға килгән инек. Дүрт йылыбыҙ күҙ асып йомғансы үтеп тә китте. Ошо ваҡыт эсендә беҙҙең уҡытыусыбыҙ Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова күп нәмәгә өйрәтте, төплө белем бирҙе. Беҙ уға иғтибарлылығы һәм сабырлығы өсөн бик рәхмәтлебеҙ.

Татыу ғаиләгә әйләндек. Күп синыфташтарым менән яҡындан дуҫлаштым. Хәҙер дуҫлыҡтың нимә икәнен аңлайбыҙ, уны ҡәҙерләйбеҙ һәм һаҡлайбыҙ. Бер-беребеҙгә ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыр­ға әҙербеҙ. «Берҙәмлектә – көс», «Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре быуыр», тигәнде беләбеҙ.
Беҙ синыфта бөтәһе 21 уҡыу­сы һәм әлеге көндә минең 20 дуҫым бар. Бөтәбеҙ ҙә башланғыс мәктәпте уңышлы тамамлап, урта баҫҡысҡа аяҡ баҫтыҡ.
Һау бул, дүртенсе, һаумы, бишенсе синыф!

Аҡназар СИБӘҒӘТОВ, IV «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code