Белорет районының Шығай ауылының ер-һыу атамалары

Әминә батҡан

Ошо легенданы мин бәләкәй саҡтан беләм, сөнки был ерҙә беҙҙең сабынлыҡ. Уны Зәйтүнә өләсәйем һөйләй торғайны. Элегерәк ошонда йәшәгән Әминәнең һылыулығына, аҡыллылығына һоҡланмаған кеше булмаған. Әлбиттә, яратып йөрөгән егете лә була. Тик оҡшатҡан кешеһе ярлы ғаиләнән икән. Шул уҡ ерҙә үҙе ҡарт, үҙе һаран бер бай йәшәгән. Ул Әминәгә яусы ебәрә. Ҡыҙ ризалашмай. Ләкин ата-әсәһе, был ҡарттың байлығы күп, файҙаһы тейер, тип Әминәне көсләп бирергә уйлай. Шул кис­те ҡыҙ күрше ауылда йәшәгән апаһына ҡаса һәм бер һаҙлыҡтан сыҡҡанда батып үлә. Шунан һуң был урынды уның исеме менән йөрөтә башлайҙар.

Kара сәкмән ере

Ул бер төпкөл урман эсендә. Тирә-яғы ағастар менән уратып алынған. Уртаһында бәләкәй генә аҡлан бар, үҙенә күрә матур ғына сабынлыҡ инде.
Элек ауылыбыҙҙың бер кешеһе ҡыш көнө һыуыҡта ат менән бесәнгә китә. Кейергә кейем юҡ, өҫтә бер сәкмән генә. Шул китеүҙән ҡайтмай. Ололарҙың һөйләүҙәре буйынса, ул ас бүреләргә эләгә. Ике-өс көн үткәс, ауыл халҡы эҙләргә сыға. Тапмайҙар. Тик бүреләргә кәрәкмәгән сәкмән генә ятып ҡала. Шул ваҡыттан бирле был ерҙе Ҡара сәкмән тиҙәр.

Кеше аҫҡан ере

Граждандар һуғышы ваҡытында беҙҙең Шығай ауылы тирәһендә бик күпләп каратель отрядтар күренгеләй башлай. Кемдәр: аҡтармы, ҡыҙылдармы икәнен белмәгәндәр. Улар көсләп тигәндәй үҙҙәренә яҙылырға ҡушҡан. Ә халыҡ һуғышҡа китергә теләмәгән. Шуға ла ҡурҡытыр өсөн йәп-йәш егеттәрҙе ауылыбыҙҙан 5 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан бер йылға буйына сығарып аҫҡандар. Хәҙер был урын Кеше аҫҡан ере тип атала.

Үлек өҫтө. Әүлиә ташы

Ул ауылыбыҙҙан бер саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ята. Әүәле, XII – XIII быуаттарҙа, башҡорт менән ҡырғыҙ, ҡаҙаҡтар араһында бик күпләп болалар сығып торған. Шул заманда бик уҡымышлы Әүлиә йәшәгән. Башҡорттарҙың башлығы ла булған. Ул бәләкәй генә ҡалҡыулыҡ һайлаған. Сөнки дошманды күҙәтеү өсөн уңайлы урын иҫәпләнгән. Ошо ҡалҡыулыҡта һуғыш, ҡан ҡойош булған. Хәҙер был урында элекке ҡәберлек. Әлегә тиклем унда таҡтаташтар тора. Ә әүлиәнең ҡәберлеген кәртәләп алғандар. Ташында боронғо ғәрәп телендә яҙыуҙар әле лә һаҡлана. Ул соҡоп яҙылған. Унда төрлө ерҙән кешеләр килеп, яҙыуҙарҙы өйрәнәләр.

Шығай исеме ҡайҙан?

Шығай ауылының тарих төпкөлөнә күҙ һалһаң, уның тамыры XIV – XV быуаттарға барып тоташа. Уға Шығай исемле бер ир кеше нигеҙ һалған. Риүәйәттәр буйынса, ул Шәғәли Шаҡмандың буй еткән, ир ҡорона ингән ейәне була. Ошо яҡтарҙың хозур тәбиғәтенә ғашиҡ була һәм бында йорт нигеҙен һалырға теләй. Уның ошо яҡты ниәттәренә атай-олатайҙары ризалыҡ бирә. Шул ваҡыттан алып ауыл Шығай исемен йөрөтә башлай.
Был мәғлүмәттәр мәктәптең тарих уҡытыусыһы Эльвира Сабит ҡыҙы Сәйәхованан (1956 йылғы) яҙып алынды.

Нилә ЛОҠМАНОВА.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code