Белем көнө менән!

Белеме бар меңде йығыр,
Елгә үтмәһен ғүмер.
Лайыҡ булып өлкәндәргә,
Егәрле һәм эшсәндәргә,
Мәңге йәш булһын күңел.

Көслө була белемлеләр,
Өйрәнеү һәр саҡ кәрәк.
Намыҫ менән уҡығандар
Өй-йортҡа булған терәк.

Мәктәп һеҙҙе көтөп тора,
Ергә көҙ килһә балҡып.
Наҙлы ҡояш нурҙарылай,
Әйҙәр белем үрҙәренә
Намыҫ, батырлыҡ хаҡы.

Зөһрә КАШАПОВА, уҡытыусы.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code