Белем иленә арымай-талмай үрләрбеҙ!

Быйылғы уҡыу йылында гимназиябыҙ ремонт яһал­ған шундай һоҡланғыс бүлмәләр менән үҙенең уҡыу­сыларын ҡаршы алды. Ҡыйыуһыҙ ғына белем усағы ишеген асҡан беренселәр үҙ синыфтарына үтте. Барлығы 10 малай һәм 6 ҡыҙ гимназистар сафын тулыландырҙы.

Белем көнө сағыу һәм матур үтте, хатта тәбиғәт тә уҡыусыларға тик уңыштар теләп, йылы нур­ҙарын йәлләмәй бүләк итте. Байрам тантанаһын башҡорт телендәге матур йырҙар, бейеүҙәр биҙәне. Беренсегә яңы ғына килгән малай, ҡыҙҙар тасуири итеп шиғырҙар һөйләне. Карина Ғиззәтуллина байрамға йәм өҫтәп, «Мәктәп» йырын дәртле итеп, оҫта баш­ҡар­ҙы.
Синыфыбыҙҙа өс иге­ҙәк булыуы ла ифрат һөйөнөслө. Арыҫлан, Рус­лана һәм Тамерлан Рауи­ловтар ҙур теләк менән уҡырға килгән. Байрамда ата-әсәләр генә түгел, олатай-өләсәйҙәрҙең дә ҡатнашыуы шатлыҡлы күренеш.
Яңы уҡыу йылында барлыҡ уҡыусыларға, уҡы­тыусыларға тик уңыш­тар ғына юлдаш бул­һын. Ә инде кескәй уҡыу­сыларыма белем тауына арымай-талмай үрләүҙәрен, ата-әсәләргә һаулыҡ һәм берҙәмлек теләйем.

Розалиә ЙӘЛИЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code