Бейей-бейей оҫтарабыҙ

Телевизорҙан «Ба­йыҡ» бейеү конкурсын ҡарарға яратам. Һай, оҫталар, шәп бейейҙәр! Беҙҙең Ар­ҡауылда ла сәнғәт мәк­тәбе бар. Пианинола, гармунда, ҡурайҙа уйнарға, һүрәт төшөрөргә өйрәтәләр.

Мин өсөнсө йыл инде унда шөғөлләнәм. Етәксебеҙ Гөлназ апай матур бейеүҙәр һала. Байрам концерттарында ҡатнашам. Атай-әсәйҙәр ҡарарға килә. Шатланып, рәхмәт әйтеп ҡайталар. Етәксебеҙ, һеҙҙе «Байыҡ»ҡа ла алып барам, ти. Ҡыҙҙар төркөмө сығыш яһап ҡайтты инде, маҡтағандар үҙҙәрен. Беҙ, малайҙар ҙа, һынатмаҫҡа тырышасаҡбыҙ.

Таһир ФӘССӘХОВ, III синыф уҡыусыһы.
Салауат районы, Арҡауыл мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code