Беҙгә ҡунаҡтар килде

Байрам көндәрендә 38-се моделле балалар китапханаһының ишек алдына Норвегиянан әҙәби ҡунаҡтар килеп инмәһенме! Улар беҙҙең ил буйлап машинала сәйәхәт итәләр икән.

Кемдәр, тиһегеҙме? Анне-Катрине Вестлиҙың «Атай, әсәй, өләсәй, 8 бала һәм йөк машинаһы» китабынан. Килеүселәрҙе «Тирмә», «Бал ҡорто», «Энә һәм еп» милли уйындарында ҡатнашыр­ға саҡырҙыҡ. Ә балалар ғаиләгә арналған викторина һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Улар ҡунаҡтарға Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме», Әнүәр Бикчәнтәевтең «Ҙур оркестр», Аркадий Гайдарҙың «Чук һәм Гек» әҙәби әҫәрҙәре биттәрендә «йәшәүсе» ғаиләләр тураһында ла һөйләне.
Был көндө ҡыҙҙар һәм малай­ҙар бергәләп китап уҡыу фай­ҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла икәнен белде, оҙайлы каникул көндәрендә уҙғарыласаҡ «Йәй һәм китап – 2018» конкурсында ла ҡатнашмай ҡалмаҫтар әле.

Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА, 38-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code