Беҙ — инглизсә, Андреа башҡортса өйрәнде

Һеҙ нисектер, мин үҙем йәйҙе йыл һайын түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Иң оҙон каникул бит! Йәй башы матур, ҡояшлы көндәре менән ҡыуандырмаһа ла, бойоғоп ултырыу юҡ. Мажаралар, иҫтәлекле, бәхетле минуттар бүләк итеп кенә тора йәйем. Һәм, әлбиттә, яңы дуҫтар! Эйе-эйе, был юлы сит ил ҡунағы менән таныштым.
Мәктәбебеҙҙә «Тимербатыр. Аҡыллы каникулдар» лагеры эшләп килә. Үткән йыл Һиндостандан, Африканан килгән Бавеш һәм Фәрүҡ ял итеүселәр менән бергә эшләһә, был юлы Мексиканың Толука ҡалаһынан Андреа Розалес балалар­ҙың ялын күңелле үткәреүгә ҙур өлөш индерҙе.

Башта һөйләшеп китеүе минең өсөн ауырыраҡ булды, ул бит тик инглиз телендә генә аралаша. Килеүенең маҡсаты ла – балаларҙа ошо телгә һөйөү уятыу. Иленең иң шәп университеттарының береһендә белем алған 18 йәшлек ҡыҙ яңыраҡ ҡына яҡшы уҡыуы, ҙур ҡаҙаныштары, уңыштары өсөн стипендия алып ҡыуанған. Инглиз, француз, испан телдәрендә иркен аралаша. Әлеге ваҡытта немецса өйрәнеп йөрөһә, киләсәктә итальян телен үҙләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Буш ваҡыттарында футбол, теннис уйнай, йөҙөргә ярата. Лагерҙа ял итеүселәр менән бергә районыбыҙҙың иҫтәлекле урындары – тарихҡа бай Шүлгәнташ мәмерйәһе, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы менән танышты. Үткән сара, байрамдарҙа хал­ҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен төптәнерәк өйрәнде. Башҡорт һабантуйында ҡатнашты, уҡтан атыу серҙәренә төшөндө. Бигерәк тә ауылыбыҙҙың ағинәйҙәр фольклор ансамбленең сығыштары һоҡландырған. Ауыл тормошо уға бик тә оҡшаған. «Һеҙ күп нәмәне үҙегеҙ етештереп, тотона алаһығыҙ. Ә беҙҙә, ҡала ерендә, бар нәмәне лә һатып алырға кәрәк. Был, әлбиттә, ҡиммәтҡә төшә», – ти Андреа.
Ул да беҙгә үҙенең иле хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе. Милли аш-һыуҙары, халыҡ бейеүҙәре, йырҙары менән таныштырҙы. Беҙгә Мексиканан татлы күстәнәстәр ҙә килтергән. Әйткәндәй, бер өҫтәл артында ултырып, уның менән сәй эсеү бәхетен дә татыным. Сит ил ҡунағы башҡортса һүҙҙәрҙе тиҙ отоп ала. «Сәләм, хәлдәр нисек?» тигән һорауҙарға матур итеп яуап бирә. Был ғына ла түгел, «Әлиләү генәйем, бәлиләү генәйем» йырын өйрәнеп, матур итеп йырлап та күр­һәтте.
«Бында үткән һәр көнөм онотолмаҫ ваҡиғаларға бай булды. Хал­ҡығыҙ алсаҡлығы, ҡунаҡсыллығы менән айырылып тора. Шуныһы ҡыҙыҡ, һеҙҙә сәйҙе күп эсәләр. Ә иң ҙур асыш – мунса. Бик оҡшаны», – тип һөйләне Андреа.
Беҙҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа ла саҡыр­ҙы. Артабан бер нисә көн Өфөлә булғас, сит илдәге дуҫтары менән Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары буйлап сәйәхәт көтә икән үҙҙәрен.
Минең дә каникулым дауам итә. Алда тағы ла күңелле осрашыуҙар, яңы дуҫтар көтәлер, тигән ышаныстамын. Һеҙгә лә мажараларға бай, иҫтәлекле көндәр теләйем.

Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code