«Беҙ, беҙ, беҙ инек, утыҙ ике ҡыҙ инек…»

Йәмәйәт тауының исеме «йәмәғәт» һүҙенән килеп сыҡҡан. Ошо ерҙәргә башҡорттар күсеп килеп ултырғас, тауҙың ҙур асыҡ яланында йәмәғәт йыйыны уҙа. Халыҡ кемгә ҡайһы ерҙе бүлеп биреү хаҡында һөйләшә.

Хәлим үлгән тауы тураһында легенда. Борон-борон заманда Рысҡужа ауылы кешеләре Иҫке урында йәшәгәндә була был хәл. Ҡаҙаҡтар халыҡтың малдарын урларға килә. Уларҙың юлы Ҡырҡты һәм Ирәндек тауҙары араһынан, Оло Ҡыҙыл йылғаһының Ташлы кисеүенән үткән. Ауылдың ир-егеттәре көн һайын сиратлап ошо тирәне һаҡлаған, күҙәткән. Ҡаҙаҡтар килеп үткәнме, юҡмы, тип. Бер мәл тикшерһәләр, талдарҙың остары өҙөлгән, ҡаҙаҡтар төнөн ат менән үтеп киткән икән. Башҡорттар арттарынан ҡыуып бара. Ни күрәләр, Оло Ҡаран тауы башында ҡаҙаҡтар ял итеп ятҡан була. Тегеләр һиҙеп ҡалып, ҡаса башлай. Берәүҙәре – уңға, икенселәре – һулға. Берәүһенең артынан баралар, ә уның аты тауға менә алмай. Сөнки дағаланмаған икән. Шунлыҡтан уға ҡороҡ ташлап, атынан һөйрәтеп төшөрәләр. Ҡаҙаҡтың исеме Хәлим булған, йылҡы урларға килгәндәрен әйтә. Уны язалап үлтерәләр. Һул яҡҡа ҡасҡан ҡаҙаҡ күлгә төшөп, башына күрән ябып, ауыҙына ҡурай ҡабып ултырған. Күлдән һәнәк менән сәнсеп сығаралар. Исеме Әрәмән була. Ошо ваҡиғаларҙан һуң, тауҙы – Хәлим үлгән, ә күлде Әрәмән тип атай­ҙар. Тарихты Ғәлиәхмәт Усман улы Усманов Рәжәп Хәлфитдин улына 1970 йылда һөйләй. Ул ваҡытта Рәжәп бабай VI синыфта уҡыған.
Биксура тауы легендаһы. Биксура олатай Биксура шишмәһе янында йәшәгән. Уның йыл­ҡы, һыйырҙары күп булған. Ҡышҡылыҡҡа урын эшләмәгән, малдары тибендә йөрөгән. Бер ваҡыт ҡаҙаҡтар килеп баҫа. Биксура олатай балаларын, туғандарын, малдарын яҡлап ҡаршы һуғышырға тотона. Шишмә янындағы ҡаяға менеп уҡ менән ата башлай. Бер уғы ла яҙа осмай. Ул төҙ атҡан, мәргән булған. Күп ҡаҙаҡтарҙы ҡыра тор­ғас, уғы бөтә. Уны ҡамап тотоп, арбаға арҡыры һалып алып ҡайтып китәләр. Юлда барғанда төнөн Биксура һиҙҙермәй генә шыуып төшөп ҡала. Шулай бер йыл үткәс, ҡаҙаҡтар йәнә килә һәм Биксураны таныйҙар. Аяҡ-ҡулын бәйләп, Бабаш тауындағы бер ҡарағасҡа аҫып үлтерәләр. Биксураның бәләкәй генә малайы ҡала, үҙен Рысҡужа исемле бер туғаны ҡарап үҫтерә. Унан хәҙерге Рысҡужа ауылындағы айыу аралары тарала.
32 ҡыҙ бәйете (легенда). Билал ауылының көньяғындағы Хан­ҡала тигән тауҙа Ҡараһаҡал ғәскәр туплаған, яуға әҙерләнгән. Унда ике ҡыш ҡышлаған, ә йәйен каратель отрядтарына ҡаршы көрәшкән. Ләкин көстәр тигеҙ булмай. Ҡараһаҡалдың ғәскәре урыҫтарҙан ҡасып, Ҡаҙағстанға китә. Бөтәһе лә түгел. Был ерҙәрҙә ирҙәренән, балаларынан, һөйгән егеттәренән айырылып ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер төркөм атлы ғәскәр ҡала. Улар дошманға ҡаршы ташлана, яу туҡтағас, Уралдың Көнтөшмәҫ (Ҡаҙмаш ауы­лы эргәһендә) тигән тауында ҡышлап сығалар. Дошман уларҙы күҙ яҙҙырмай эҙәрлекләй. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡасып барып, Ағиҙел буйындағы ҡаянан йылғаға ырғый. (Ул ҡая шунан Ҡыҙҙар ташы булып киткән). Тере ҡалғандарын урыҫ каратель отрядтары мәсхәрәләп, осло ҡаҙыҡҡа ултыртып үлтереп, бер соҡорға күмә. Бәйеттә ошондай юлдар бар:
«…Ханҡалала яттыҡ беҙ, дошмандарҙы баҫтыҡ беҙ,
Ут-ялҡындай уйнаныҡ, ҡурҡып-нитеп торманыҡ,
Беҙ, беҙ, беҙ инек, утыҙ ике ҡыҙ инек,
Таң атҡансы ҡырылдыҡ, бер соҡорға тығылдыҡ…»
Уларҙы ғалимдар амазонкалар тип йөрөтә, сөнки Амазонка йылғаһы буйындағы ҡатындар ҙа шул рәүешле алышҡан.
Бәйетте Асҡар ауылында йәшәүсе сәсән Мөғәлләм Шәйхәттәр улы Мирхәйҙәров 1919 йылда Ҡырҙас ауылында йәшәүсе Ырыҫйән ҡарт Хөснитдиновтан яҙып алған.
Бейәосҡан ҡаяһы: бүреләрҙең өйөрө бейә малын баҫтырып алып барып, уларҙы ҡаянан осорған.
Ҡырҡты тауы: көнсығыштан сыҡҡан юлдарҙы икегә ҡырҡып ята.
Ырғайҙы утары: Ырғайҙы йылғаһында йөҙ йылға яҡын алтын сығарғандар. Шуның эргәһендә бәләкәй генә утар барлыҡҡа килгән. Ырғайҙы утары тип атағандар.
Һарына тауы: һарына үләне күп үҫкәнгә шулай тип ҡушҡандар.
Ҡыҙыл йылғаһы: ҡыҙыл төҫтәге йәшмәләр күп булған.
Ырғайҙы йылғаһы: ул тауҙар араһынан ырғып-ырғып ағып ята.
Мәғлүмәтте Рысҡужа ауылында йәшәүсе Рәжәп Хәлфитдин улы Яҡуповтан яҙып алдым.
Мәрүәт ташы: аҡтар һәм ҡыҙылдар һуғышы ваҡытында Мәрүәт исемле ҡыҙҙы тау башында йөн сиратырға ҡушалар. Әгәр ҙә берәй ерҙә дошман күренһә, йомғағын тауҙан аҫҡа төшөрөп ебәргән. Аҫта торған кешеләр шулай белеп ҡалып, һуғышҡа ҡаршы сыҡҡан.
Әбделғәзе ауылында йәшәүсе Сәүҙә инәй Ишҡолова һөйләне.

Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code