«Беҙ – ауылдың шәп егеттәре»

idelМин шәхсән көй сығарған кешеләргә һоҡланам, вәт, бирһә бирә бит Хоҙай талантты! Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫкән Иҙел Нурғәлин дә үҙе ижад иткән йыр­ҙарын башҡарып, халыҡ һөйөүен яулай. Төрлө кимәлдәге йәш музыканттар конкурстары лауреаты ла ул. Бөгөн уның тураһында күберәк белергә теләп, бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Иҙел, һин сәнғәт донъяһына баяның менән килеп индең. Әле лә унан бер ҙә айырылмайһың, хатта клиптарыңда ла уны күтәргән килеш бейейһең. Сәхнәгә тәүге аҙымдарың тураһында һөйлә әле.
– Сәнғәт училищеһында йыр буйынса белем алырға теләгәйнем. Әммә  үҙебеҙҙең ауылдағы музыка мәктәбе директоры Камил Шәриф улы Иҫән­ғәлин, һәләтең бар икән, былай ҙа йырларһың, ә нотаны яҡшы белгән музыкант булыу һиңә киләсәктә бик кәрәк буласаҡ, тип баян синыфына өгөтләне. Хәҙер йырҙар ижад итә, концерттар менән сығыш яһай башлағас, ысынлап та, дөрөҫ әйткән, тип уйлайым. IX синыфты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһында баян буйынса белем алыуымды дауам иттем. Уны бөткәс, сәнғәт академия­һында ошо йүнәлештә уҡып сыҡтым. Уҡытыусыларым Ай­ҙар Әхмәтйәнов, Миңләхмәт Ғәйнетдинов, Фирҙүс Шәрәфуллиндарға ла рәхмәтлемен.
– Бәләкәйҙән йырлағанһыңдыр әле?
– Эйе, шулай булды. Атай-әсәйем дә – матур тауышлы, сәнғәтте аңлаған кешеләр. Улар­ҙан күскәндер инде һәләт. Бәләкәй сағымда өлкәндәр ултырғысҡа баҫтырып ҡуя ла йырлата торғайны, шунан аҡса бирәләр. Ул ваҡытта аҡсаны йәшел, ҡыҙыл тип, төҫө буйынса ғына айырам. Берәйһе минән үтескә алып тороп, кире ҡайтарғанда шул уҡ сумманы вағыраҡ аҡсалар менән бирергә уйлаһа, минеке йәшел ине, тип әрләшә инем. Бик шуҡ булдым. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа район конкурстарында, концерттарҙа күп сығыш яһарға тура килде. Спорт менән дә ныҡлап шөғөлләндем. Еңел атлетика, көрәш буйынса район ярыштарында ҡатнаштыҡ. Ҡай­һы берҙә спорт һәм сәнғәт саралары бер ваҡытҡа тура кил­һә, ҡайһыһына барырға белмәй өҙгөләнгән мәлдәр ҙә булды инде.
– Ә тәүге йырыңды ҡасан яҙҙың? Нисегерәк килеп сыҡты ул?
– Студент саҡ. Сәнғәт училищеһының дөйөм ятағында баян тотоп, моңланып ултырам. Һағыныуҙандыр ҙа инде. Тыу­ған яҡты, атай-әсәйҙе юҡһын­ғанмындыр. Махсус йыр яҙам, тип ултырып ижад итеп булмай, илһамланып, үҙенән-үҙе моң тыуа. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар. Шулай ятаҡ бүлмәһендә тыуҙы ул тәүге «Рәхмәт» тигән йыр. Уның менән «Гәлсәр һандуғас» телевизион йыр конкурсында ҡатнаштым, йырсы булараҡ, ҙур сәхнәгә аяҡ баҫыуым шул булды. Ә былай 2008 йылдан Фидан Ғафаров, «Каруан­һарай» студияһы концерттарында баянда уйнап йөрөнөм.
– Һин күберәк үҙеңдең йыр­ҙарыңды башҡараһыңмы?
– Эйе, мине автор-башҡарыусы, тиһәң дә була. Сөнки йырҙар үҙемдең мөмкинлегемде, булмышымды күҙ уңында тотоп ижад ителә. Күңел торошона тура килһә, бүтән композиторҙарҙың әҫәрҙәрен дә алам.
– Халыҡта артистар тураһында, бынау һаман эшкә урынлашмай, йырлап тик йөрөй, тигән мәҙәк көләмәс йөрөй. Ә ысынында иһә бөгөнгө сәнғәт кешеләренә ныҡ ҡына көс түгергә тура килә, шулай бит?
– Эйе, ситтән ҡарағанда шулай еңел кеүек күренәлер инде. Сәхнә халҡына күп эшләү, тырышлыҡ талап ителә. Сәнғәт кешеләре тормошонда режим тигән төшөнсә лә юҡ бит ул. Көн дә репетициялар, кис концерт, спектаклдәр… Буш ва­ҡытта ла ижадтан айырылмай­һың. Әммә яратҡан шөғөл ял ғына, тип әйтер инем.
– Киләсәген сәнғәт менән бәйләргә теләгән балаларға ниндәй кәңәштәрең булыр?
– Уңыш сере 1 процент һәләт һәм 99 процент хеҙмәттән тора, тиҙәр бит. Киләсәгеңде нисек күҙ алдына килтерәһең, шуға ынтылырға, һәләтеңде үҫтереү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Эшеңде яратып башҡарһаң, хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһе лә һәйбәт була, был үҙен аҡлай, килем дә килтерә.
– Әйткәндәй, насар ғәҙәттәргә ҡарашың нисек?
– Тәмәке менән шаярып алдым. Ҡыҙыҡ өсөн тартып ҡына ҡарағайным, күҙемде асып ебәр­һәм, арыу уҡ ваҡыт үткән. Берҙән, кеҫәнән аҡсаны һура, икенсенән, һәр ваҡыт насар еҫ сығып йөрөй. Үҙ-үҙемә, тәк, былай булмай, туҡта, тинем дә бер ҡыйынлыҡһыҙ ташланым да ҡуйҙым. Хәҙер тәмәкене тотоп ҡарағаным да юҡ. Ташлай алмайым, тиеүселәргә аптырайым.
– Ҡыҙҙар өсөн дә мәғлүмәт бирәйек әле: өйләнгәнһеңме?
– Эйе, буласаҡ кәләшем менән алты йыл дуҫлашып йөрөгәйнек. 25 йәшемә ҙур бүләк булып, улым тыуҙы. Хәҙер уға – 3 йәш.
– Яңы ғына республика райондары буйлап үҙеңдең ижадташ дуҫтарың менән гастролдә йөрөп ҡайттың. Әле ниндәй пландар менән йәшәйһең?
– 17 февралдә Хөсәйен Әхмә­тов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Беҙ – ауылдың шәп егеттәре» тигән концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡбыҙ. Унда дуҫтарым Юнир Һағынбаев, Фәриҙә Ғаззалова, Айрат Зиннәтов, Гөлфиә Хәмитова, Әлиә Әбдрәшитовалар ҡатнаша. Тәүге өлөшө театрлаштырылған тамаша буласаҡ. Икенсеһендә – концерт. Ауыл темаһына арнала. Әле шуға әҙерләнәбеҙ. Килегеҙ, бик күңелле буласаҡ.
– «Беҙ – ауылдың шәп егеттәре» тигән йырың халыҡҡа бик оҡшаны. Уны «Сулпылар» конкурсында йырлап, Нур Соб­ханғолов исемле егет Гран-при алды. Ишеткәнһеңдер, моғайын…
– Ысынлап та, күптәрҙең күңеленә ятты шул был йыр. Төрлө район конкурстарында башҡарыр­ға теләп, һораусылар күп. Йырлаһындар әйҙә, быға ҡыуанам ғына.
– Иҙел, һиңә ихлас яуаптарың өсөн бөтә уҡыусыларыбыҙ исеменән ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә шулай дәртле, хисле йырҙарың менән халҡыбыҙҙы дәртләндереп, моңландырып йәшәүеңде теләйбеҙ.

 

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code