Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!

Уҙып барған йылда республикала туған телгә бәйле саралар күп уҙҙы. Телебеҙҙең киләсәге өсөн һәр беребеҙ яуаплы икәнен, ниһайәт, аңланыҡ, буғай. Башҡорт телен йәшәтергә, киләһе быуындарға шул килеш тапшырырға бурыслыбыҙ. Ә бының өсөн үҙ-ара туған телдә аралашырға, интернетта башҡортса яҙышырға кәрәк. Улай ғына ла түгел, ижад итергә, фильмдар төшөрөргә, башҡорт теленең абруйын күтәрергә тейешбеҙ.

Абруйлы ҡунаҡтар менән иҫтәлеккә фото.

Уйын ваҡытында.

Баймаҡ районынан Мәҙинә Тайбугина Баязит ҡустыһы менән.

Ошо йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының балалар ара­һында дүрт номинация буйынса интернет-конкурс ойоштороуы әһәмиәтле. «Тыуған Баш­ҡортостан тураһында иң яҡшы шиғыр», «Халҡым теле – хаҡлыҡ теле» тигән эссе, «Башҡорт телендә иң яҡшы фильм» һәм «Баш­ҡорт халыҡ әкиәтен һөйләүсе» бәйгеләрендә еңеүселәр Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында ойошторол­ған Башҡорт теле көнө байрамына саҡырылды. Төрлө ҡала һәм райондарҙан йы­йыл­ған ба­лалар тәүҙә йәштәре­нә ҡарап төркөмдәргә бүленеп, майҙансыҡтарҙа мауыҡ­тыр­ғыс уйындар­ҙа ҡатнашты. Башҡорт теленең грамматикаһынан алып халҡыбыҙҙың ар­ҙаҡлы шәхестәренә тиклем күп һорауҙарҙы үҙ эсенә алған ине ярыштар. Белемлеләргә һәм зирәктәргә бүләктәр бирелде. Һәр кем үҙе өсөн һығымта яһағандыр, моғайын. Интеллектуаль алыштар көсөргәнешле барҙы. Үҙ телендә аңлап та, ләкин һөйләй алмауы арҡа­һында үкенеүселәр, юғалып ҡалыусылар ҙа булманы түгел, булды. Киләсәктә башҡортса матур итеп һөйләшергә өйрәнергә кәрәк, тигән маҡсат ҡуйҙы ундай­ҙар алдарына. Ысын, бер егеттән үҙем ишеттем.
Бүләкләү тантанаһы уҡыусылар хорының Баш­ҡортостан гимнын башҡарыуынан башланып китте.
– Башҡорт теле көнө 2015 йылдан Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә башланы. Уҡыусылар ара­һында бындай конкурс­ты алдағы йылдарҙа тағы ла киңерәк йәйелдерергә, бөтә республиканы йәлеп итергә кәрәк, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов тәбрикләү һүҙендә. Еңеүселәрҙе ҡотларға Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, Мәғарифты үҫтереү институтынан Әхәт Илмөхәмәтов, баһалама комиссияһы рәйесе, шағир, ғалим Фәнил Күзбәков һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар килгәйне.

Ауырғазынан Алмас Раяновты филология фәндәре кандидаты Әхәт Илмөхәмәтов ҡотлай.

Шиғырҙар буйынса Илүзә Ураҙгилдина (Баймаҡ, Иҫке Сибай), эссе буйынса Лиә Юлбарыҫова (Баймаҡтағы 4-се лицей), фильм буйынса Алмас Раянов (Ауырғазы, Түрһәгәҙе), башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләү буйынса Айзель Әҙелбаева (Сибайҙағы «Сулпылар» балалар баҡсаһы), Ал­һыу Абдуллина (Өфө­ләге 128-се мәктәп), Нияз Зама­летди­нов (Әбйәлил, Атауҙы) I урынға лайыҡ булды. Бөтә еңеүселәр һәм призлы урын алыу­сылар ҡоролтайҙың Маҡ­тау ҡағыҙҙарын һәм ҡим­мәтле бүләктәр алып ҡы­уанды.
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылынан Мәҙинә Тайбугина менән яҡындан таныштыҡ. Әсәһе һәм ҡустыһы менән бергәләп килгәндәр.
– Беҙ балаларыбыҙ телде яҡшы белһен, милли рухлы булып үҫ­һен, тип йәшәү өсөн ауыл ерен һайланыҡ. Атай-әсәйҙәр ул, ҡыҙҙарының һәләттәрен үҫтереү өсөн тырышып, үҙ­ҙәре конкурстарға ла йөрөтөргә тейеш, – ти Римма Рәфит ҡыҙы. Ғаиләләрендә өс бала үҫә. Өсөнсөлә уҡыған Мәҙинә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған конкурста «Баш­ҡорт халыҡ әкиәтен һөйләү» номинацияһында II урын алған. Бәләкәй генә сағынан төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Рухлы ҡыҙыҡай үҙ ҡулдары менән эшләгән селтәрен тағып алған. Баязит ҡус­тыһы ла унан ҡалышмай, икеһе лә йырға әүәҫтәр. Бәләкәс Асия һеңлеһе әле балалар баҡсаһына йөрөй икән.
Архангел районы Ҡы­ҫынды мәктәбенән ике ҡыҙ килгән. Баш­ҡорт халыҡ әкиәтен һөйләү буйынса өсөнсөнән Нәркәс Ғайсарова һәм бишенсе синыфтан Ай­һылыу Хәлиуллина III урынға лайыҡ булған. Ҡыҙҙар мәктәптәрендәге йыр, бейеү, думбыра түңәрәктәрендә шөғөлләнә, уҡыу­ҙары ла яҡшы. Республика кимәлендә тәүге уңыштары.
V синыфта уҡы­ған Алмас Раянов тыуған ауылы тураһында документаль фильм төшөргән. Ул камера менән әллә ҡасандан дуҫ, ҡыҙыҡһыныуы көслө булғас, әсәләре алып биргән. Яңыраҡ Түрһәгәҙе ауылының Шәжәрә байрамын да төшөргән, мәктәптә үткән сара­лар­ҙың да видеояҙмала­рын эшләп бара икән. Иң яратҡан дәрестәре – инглиз теле һәм математика.
– Киләсәктә кем булырға теләйһең? – тигән һорауға яуабы әҙер ине:
– Режиссёр!
Башҡортса фильмдар төшөрөп, милли сәнғәтебеҙҙе байытыуға үҙ өлөшөн индерер әле Алмас бер заман.
Конкурстар шулай ойошторолоп торһон, улар балаларҙы ҡанатландыра, дәртләндерә, башҡортса ғына ойошторолғандары телебеҙҙе үҫтереүгә, абруйын арттырыуға ярҙам итә.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code