Беҙҙекеләр һынатмай

Мәктәбебеҙҙә уҡыу менән бер рәттән спортҡа ла ҙур иғтибар бүленә. Көн һайын кис уҡыусылар, йәштәр спорт залына ағыла. Унда тренер Динат Миндиәхмәт улы Абдрахманов көтә. Нисә быуын көрәшселәрҙе үҫтереп, оло юлға сығарған ул. Ә хәҙер мини-футбол уйынсылары тәрбиәләй. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, ҡыҙҙар һәм малайҙар командалары районда ғына түгел, төбәк ярыштарында ла беренселекте алып, Сибай ҡалаһына барып ҡайтты. Унда ҡыҙҙар II урын яуланы.

Уҡыусыларҙың спортҡа һөйөүҙәре көслө, маҡсаттары юғары булыуы иҫәпкә алынып, быйыл мәктәп янында район мәғариф бүлеге һәм ауыл халҡы ярҙамында спорт майҙансығы ла асылды. Хәҙер йәш спортсыларыбыҙ республика кимәлендә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешер әле. Бигерәк тә бишенсенән Илнур Абдрахманов, алтынсынан Рәнис Күсәбирҙин, етенсенән Азат Аб­драхманов, Илсур Әхмәтшин, Алтынсура Ғарипов, Ғүмәр Ғүмәров, Резеда Абдрахманова, Лидиә Хисмәтуллина, Нәргизә Хөснуллина, Лидиә Шаһиева, Айгүзәл һәм Гөлйемеш Нуриевалар, һигеҙенсенән Мортаза Рәхимов, туғыҙынсынан Иҙел һәм Сынтимер Абдрахмановтарҙы маҡтап телгә алғы килә. Киләсәктә лә һынатмағыҙ, ауылдаштар!

Ғәлиә АБДРАХМАНОВА.
Мәсетле районы,Яң ы Яуыш мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code