Беҙҙең командаға етеп ҡара!

Башҡортостан командаһы.

Уҡыусыларҙың экология буйынса Бөтә Рәсәй слёты быйыл Башҡорт­останда үтте. Илдең 21 төбәгенән барлығы 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. Ярыштар «Черёмушки» балалар лагеры базаһында ойошторолдо. Тәүге көндә «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйыны формаһында теоретик тур булды. Артабан гидробиология, ботаника, этномология, орнитология, тупраҡты өйрәнеү йүнәлештәре буйынса әңгәмәләшеүҙәр башланды. Быныһы инде үҙенә күрә имтихан кеүегерәк. Ҡаршыңда ултырған белгес алдында белемеңде күрһәтергә, уның ҡуш­ҡан эштәрен үтәргә тейешһең. Әлбиттә, командалағы биш уҡыусының һәр береһе үҙе яҡшы белгән йүнәлеште һайлағайны.

Беҙҙең команда республика һәм Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре Валя Кривко, Динислам Әхмәев, Женя Афанасьева, Аяз Гәрәев, Демид Климецтан тора ине. Ә етәкселәре – Аяздың уҡытыу­сыһы, Шаран районы Мичуринск мәктәбенән Владислав Аҡбулатов. Үҙ ереңдә үткән бәйгелә бирешеп тороу килешмәҫ. Шуға ла һәр береһе еңеү теләге менән янды. Был уҡыусыларҙың барыһы ла биологияның айырым йүнәлешен төплө итеп өйрәнә. Мәҫәлән, Аяз гидробиология буйынса ярышты. Ул быйыл X синыфты тамамлаған. Һыу ятҡылыҡтары һәм унда йәшәгән тереклек менән ныҡлап ҡы­ҙыҡһына. Егет конкурста II урын­ға лайыҡ булды. Туймазы районы Серафимовка мәктәбенән Валя Кривко этномология буйынса еңеүсе булды. Ҡыҙ япраҡ ашаусы бөжәктәрҙе өйрәнә.
Слёт барышында өлкәндәр өсөн семинар-кәңәшмә, лимонарийға сәйәхәт ойошторолдо, оҫталыҡ дәрестәре лә һәр кемгә ҡыҙыҡлы бул­ғандыр. Йәш биологтар хатта бер кистә сәнғәт буйынса һәләттәрен дә күрһәтте: төрлө республика һәм өлкәләрҙән килгән уҡыусылар тыу­ған яҡтары тураһында йырҙар баш­ҡарҙы, шиғырҙар уҡыны, бейене.
Өсөнсө көндә иһә уҡыусыларҙы ошо урында нисә төрлө ҡош йәшәгәнен асыҡлау буйынса ҡыҙыҡлы эш көтә ине. Тәжрибәле, төплө белемле балалар ҡоштар һайрауын ишетеп һәм үҙ күҙҙәре менән күреп, 30-ҙан ашыу төрөн тапты. Ә беҙ ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙың ҡайһыларын беләбеҙ һуң? Ай-һай, бик аҙҙарын ғыналыр. Үләндәрҙең дә исемдәрен бик белеп бөтмәйбеҙ. Тыуған тәбиғәтебеҙ менән ошо уҡыусылар кеүек нығыраҡ ҡыҙыҡһынырға кәрәктер.
Ә бына беҙҙең яҡташтар һынатманы: маҡсаттарына ирештеләр. Бөтә Рәсәй слёты һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан командаһы еңеүсе тип танылды. Алда йәш экологтарҙы тағы ла ҙурыраҡ һынау көтә. Белоруссияға «Сикһеҙ экология» тигән халыҡ-ара конкурсҡа юлланасаҡтар. Унда ла һынатмаҫтар әле.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code