Беҙҙең гимназия йондоҙҙары

Конкурста ҡатнашыусылар.

Ҡарҙар иреп, тирә-яҡ тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан ҡоштар моңона тула башлағас, беҙҙә, һәр йылдағыса, «Гимназия йондоҙҙары» исемле конкурс уҙғарыла. Быйыл ул үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нур Туҡаев һәм музыка уҡытыу­сыһы Йәүҙәт Усманов башланғысы менән барлыҡҡа килгән был проект мәҙәниәтебеҙгә, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләй, сәнғәт буйынса һөнәр һайлауға ла үҙ өлөшөн индерә. Ошо ваҡыт эсендә бәйгелә Гран-при, төрлө номинацияларҙа призлы урындар яулаған йәш таланттар бөгөн сәнғәт юлын һайлап, уңышлы ғына эшләп йөрөй. Эске эштәр системаһында мәҙәниәт бүлеге етәксеһе урынбаҫары Әлиә Хәзиева, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисткаһы Гөлмирә Исмәғилева, Ҡытайҙа өс йыл рәттән симфоник оркестр менән бергә сығыш яһаған скрипкасы Сулпан Рафиҡова, Ирина Захарова, Розалина Бикмәева, Нәзилә Туйгилдина, Илнур Туйгилдин, Илнур Рамаҙанов, Илси­нә Яҡшыбаевалар яҙ ет­кән һайын был конкурсты иҫкә алаларҙыр, тип уйлайым.

Вероника проект етәксеһе, һәүәҫкәр композитор Йәүҙәт Усманов менән.

Ул өс йүнәлештә барҙы: бейеү, йыр, нәфис һүҙ оҫтаһы. Иң шәп бейеүсе булып V «А» синыфы уҡыу­сыһы Арсен Шәрипов танылды. Нәфис һүҙ оҫтаһы конкурсында IX «Б» синыфы уҡыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика бәйгеләре еңеүсеһе, 2017 йылда «Йәйләү» лагерында ял итеү хоҡуғына лайыҡ бул­ған Гөлназ Үтәгәнова еңеп сыҡты. «Вокал» номинацияһында VI «А»нан Вероника Тютюнникова Гран-при яуланы. Әйткәндәй, ҡасандыр гитарала уйнап, үҙе сығар­ған йырын баш­ҡарып еңеүсе булған, әле Стәрлетамаҡ районында эшләп йөрөгән Илнур Туйгилдин жюри рәйесе булараҡ саҡырылды. Һәр ҡатнашыусыға дипломдар, бүләктәр бирелде. Ә композитор, ошо проекттың алыш­тырғыһыҙ етәксеһе Йәүҙәт Усманов, йылдағыса, үҙенең шәхси призын да тапшырҙы.
Йыр буйынса еңеү яулаған Вероника гимназиябыҙҙа бишенсе синыфтан белем ала. Бөтә фәндәрҙе тик урыҫса ғына уҡыған ҡыҙ бөгөн тырышып-тырмашып башҡорт телен өйрәнә. Тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Йыр­ҙан тыш, гимназиябыҙҙағы «Аҡсарлаҡ» бейеү түңәрәгенә лә йөрөй. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Гөлсинә Йосопова әйтеүенсә, Вероника бирелгән шиғырҙарҙы ваҡытында ятлай. «Урал батыр» эпосының 250 юлын белә. Быйыл ҡалабыҙҙа үткән «Күп тауышлы Баш­ҡорт­остан» шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә еңеүсе лә бул­ған. Киләсәктә мәртәбәле сәсәндәр ярышына барыр­ға хыяллана. Бына бит, дуҫтар, тырышып уҡыу үҙебеҙҙән тора. Киләсәктәге бәхетле тормошобоҙға нигеҙ бөгөн һалына.

Гөлдәриә ҒАЙСИНА, X синыф уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code