Беҙҙә ҡоштар асыҡмай

Исмаил мәктәбенең башланғыс синыф уҡыусылары «Ҡышҡыһын ҡоштарҙы ашатығыҙ!» тигән акцияла әүҙем ҡатнашты. Улар ҡанатлы дуҫтарыбыҙға тағараҡтар яһаны. Мәктәпкә төрлө материалдарҙан эшләнгән ниндәй генәләрен килтермәнеләр! Юҡҡа ғына, камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тимәйҙәр бит.

Һәр синыф үҙ тағараҡтарын төрлө урындарға элеп ҡуйҙы. Инде хәҙер ҡошҡайҙар был «ашхана»­лар­ҙа рәхәтләнеп һыйланыр инде.
Бындай акция балалар күңелендә изгелек, миһырбанлыҡ тойғолары тәрбиәләргә ярҙам итә.

Ләйсән ШИШОВА, башланғыс синыф уҡытыусыһы.
Дүртөйлө районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code