БДИ – тормоштағы тәүге һынау

Сығарылыш синыф уҡыусыларының ун бер йыл буйы мәктәптә алған белем кимәлен һынау – Берҙәм дәүләт имтихандары бара. Был осор уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе лә ныҡ борсой, тул­ҡынландыра.
Имтихандар нисек бара? Һынауҙарға нисек әҙерләнәләр? Ошо һорауҙарға яуап табыр өсөн һүҙҙе XI синыфты тамамлаусы уҡыусыларға бирҙем.

Ләйсән ЙЫҺАНУРОВА, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы:
– Имтихан биреүе еңел түгел инде, ул – беҙҙең тормоштағы иң оло һынауҙарҙың береһе. Үҙем бала саҡтан табип һөнәрен оҡшатҡанға күрә, химия һәм биология фәндәрен һайланым. Уҡытыусыларымдың өмөттәрен аҡлармын, тип уйлайым.
Ришат СОЛТАНҒОЛОВ-БИКБАЕВ, Ейәнсура районы, Иҫәнғол башҡорт интернат-гимназияһы:
– Әлбиттә, беренсе тапҡыр БДИ-ға барғанда ҡурҡыттыра, аҙаҡ өйрәнеп китәһең, камераларҙы ла күрмәй башлай­һың. Бөтә бирелгән эштәр мәктәптә үткән материалдар буйынса, шуға ла тиҫтерҙәремә үҙеңде тыныс тоторға, хафаланмаҫҡа кәңәш бирер инем.
Эльвина АРҒЫНБАЕВА, республика инженер интернат-лицейы:
– БДИ тапшырыр өсөн йыл буйына репетиторға һәм өҫтәмә курстарға йөрөнөм. Миңә икеләтә ауырға тура килде. Физика-математика йүнәлеше буйынса уҡыһам да, хыялым – табип булыу. Теүәл фәндәр менән бер рәттән химия, биологиянан да төплө уҡырға, көс һалырға тура килде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мин төшөнкөлөккә бирелмәйем. Тырышлығым һөҙөмтәһен биреренә шигем юҡ.

Берҙәм дәүләт имтиханы – тормош һынауҙарының тәүгеһе генә. Алда әле улар күп буласаҡ әле. Шуға артыҡ борсолмайынса, үҙегеҙҙең көсөгөҙгә, алған белемегеҙгә ышанып, имтиханды уңышлы тапшырырға яҙһын. Атай-әсәйҙәрегеҙҙең, уҡытыу­сы­ларығыҙҙың ышанысын аҡлағыҙ. Бөтәһе лә һәйбәт булыр.

Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code