БДИ: ҡурҡыныс төш кенә булдымы?

Ҡасан ғына БДИ тиҙерәк үтеп китә инде, тип сығарылыш синыф уҡыу­сылары ла, ата-әсәләре лә, уҡытыусылары ла хафаланһа, ниһайәт, һынауҙар артта ҡалып та бара. Күптәр, арҡаһынан бер йөк төшкән һымаҡ, еңел һулап та ҡуйғандыр. Бәғзеләргә ҡурҡыныс төш кеүек кенә булып иҫтә ҡалыр инде.

Һайланма фәндәр­ҙән Берҙәм дәүләт имтиханы 27 май көндө үк башлағайны. Географияны 843 кеше тапшырҙы, шуларҙың 2-әүһе 100 балл йыйҙы. Урыҫ әҙәбиәтенән 1 мең 23 ҡыҙ һәм егет һынау тотһа, берәү генә иң юғары балл алыуға иреште. Был фәндәрҙән 5 уҡыусы үҙҙәрен насар тойоп, тесты тамамлай алманы. Шуға улар 22 июндә яңынан яҙҙы, һө­ҙөмтәләре 5 июлдә генә билдәле буласаҡ.
Урыҫ теленән 19 мең­дән ашыу сығарылыш синыф уҡыусыһы БДИ тапшырғайны, шулар­ҙың 21-е генә 100 балл алып ҡыуанған. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, минималь балды йыймаусылар ҙа бар, әммә былтырғы менән са­ғыштырғанда, бирә алмаусылар әҙерәк. Әгәр урыҫ теленән һөҙөмтәһе насар булып, математиканан яҡшы тапшырған хәлдә уҡыу­сыға резерв көндө  – 27 июндә тағы үҙен һынап ҡарау мөмкинлеге бар.
Математиканан база кимәле буйынса – 18,5 мең­дән ашыу, йүнә­леш буйынса 13 меңгә яҡын сығарылыш синыф уҡыу­сыһы имтихан бирҙе. Ике уҡыусы шпаргалка менән тотолдо. Улар ҡабаттан тапшырыу көнөндә лә һынау тотоу мөмкинлегенән мәхрүм ителде. Тағы ла 6 кеше үҙен насар тойоп, эшен тамамлай алманы.
Быйыл 1 мең 704 уҡыусы – инглиз, 26 кеше – немец, 4 кеше француз телдәрен һайлаған. Уны тапшырыу ике өлөшкә – телдән һәм яҙмаға бү­ленде. Яҙмаһын ғына һайлағандар 80 балл ғына йыя алды, телдән өлөшөн үтәгәнгә тағы 20 балл өҫтәлде. Һө­ҙөмтәләрҙе 28 июндә генә беләсәкбеҙ.
– Быйыл имтихандар тыныс шарттарҙа, дөйөм алғанда, тәртип боҙоуҙарһыҙ үтә. Ата-әсәләр тарафынан да ышаныс тоябыҙ, – ти мәғариф министрлы­ғынан Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миңлекәева.
Был аҙнала ун беренселәр химия, физика фәндәренән БДИ тапшырҙы, тест һөҙөмтәләре 5 июлдә генә асыҡланасаҡ.
БДИ-ның резерв көндәре 22 июндә башланып, 30 июнгә тиклем дауам итә. Иң һуңғы көндә имтихан биргәндәр 12 июль генә нисек үтәгәндәрен беләсәк.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Земфира КЕЙЕКБИРҘИНА, Си­бай­ҙа­ғы интер­нат-гимназия:
– Тәүге имтихан­ға барғанда ғына ныҡ тулҡынландым. Ауыр булыр, тип ҡурҡ­ҡайным, беҙ үткән темалар, эштәр булғас, ҡау­шауым үтте. Ҡал­ғандарына ғәҙә­ти һынауға бар­ған кеүек барҙым. Мәктәп программаһын яҡшы белгән­гәме икән, әллә ни ҡыйын булма­ны. Математиканан база кимәле­нән «бишле» алдым. Быға әле лә ҡыуанып бөтә алмайым. Урыҫ теленән дә һөҙөмтәм артыҡ бойоғорлоҡ түгел. Башҡа фәндәр­ҙән дә яҡшы тапшырғанмындыр, тип уйлайым.
Күптәр Берҙәм дәүләт имтиханынан ҡурҡып, төшөнкөлөккә бирелә. Бер ҙә улайтырға ярамай, әҙерлән­һәң, тырышһаң, мораҙыңа ирешеп була. Бөтәһе лә бары тик үҙеңдән генә тора.
Альбина ДӘҮЛӘТКИЛДИНА, Ишем­байҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы:
– Урыҫ теленән һәм математиканан балдарымды әлегә әйтмәйем, күҙ тейер, тип ҡурҡам. Йәмғиәтте өйрәнеү, тарих фәндәренән дә яҡшыға өмөт итәм. Тест һорауҙарына яуап биргәндә әллә ни ҡыйынлыҡтар булманы. Алла бирһә, БДУ-ның юридик йәки тарих факультеттарына уҡырға барырға уйлайым.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code