Батыр иҫтәлегенә

Уйын мәле.

Яңыраҡ Байназар ауылының батыры Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә күсмә кубок өсөн хоккей турниры уҙҙы. Ярыш икенсе йыл рәттән ойошторолдо. Унда барлығы 6 команда ҡатнашты: «Ҡарсығалар» (Байназар), «Бөрйән айыу­ҙары» (Иҫке Собханғол ауылының мәктәп уҡыу­сылары), «Урал» (Иҫке Собхан­ғол ветерандары), «Монасип» (Иҫке Монасип), «Аманат» (Иҫке Собханғол ауылының студенттары) һәм «Ҡыпсаҡ бүреләре» (Әбделмәмбәт).

Сәмле ярышты Байназар мәктәбенең директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев тантаналы асып ебәрҙе. Артабан һүҙ Байназар ауылы хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы Салауатовҡа бирелде. Филүс Нурғәлиндең әсәһе Таңһылыу инәй бик ҙур рәхмәттәрен еткерҙе. Барыһы ла командалар­ға сәмле, дәртле уйындар, уңыштар һәм ярыштың һәр йыл һайын ойошторолоп тороуын теләне.
Командалар араһында барлығы 15 уйын булып үтте. Буранлап, ҡар яуып тороуына ҡарамаҫтан, бөтәһенең дә кәйефе күтәренке ине. Һәр уйын үҙенсә сәмле барҙы. Хоккейсылар бик тырышып уйнаны.
Шулай итеп, Филүс Нурғә­лин исемендәге күсмә ку­бокты «Монасип» команда­һы яуланы. II урын – «Аманат», III урын «Ҡыпсаҡ бүреләре» командаларына эләкте. Иң-иңдәр ҙә билдәләнде: «Иң яҡшы ҡапҡасы» – Сынтимер Мөхәмәтғәлин (Әбделмәмбәт), «Иң яҡшы һаҡсы» – Ильяс Ишморатов (Байназар), «Иң яҡшы һөжүм итеүсе» – Рөстәм Хәлитов (Иҫке Монасип) һәм «Иң яҡшы уйынсы» – Сыңғыҙ Әминев (Иҫке Собханғол).
Был спорт байрамы барыһына ла бик ныҡ оҡшаны. Батыр рухына үткәрелгән ярыш йәш хоккейсыларға сәм, көс һәм үҙ яҡташы менән ғорурланыу хисе өҫтәне.
Бөтә уйынсыларҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ. Киләсәктә спортҡа һөйөүегеҙ һүнмәһен һәм уңыштар ғына юлдаш булһын!

Сәлимә ДӘҮЛӘ ТШИНА,йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,Бай назар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code