Башлыҡ — будильник

Хәрәкәт ваҡытында водителдәргә йоҡлап китергә ирек бирмәгән баш кейеме уйлап табылған. Ул махсус программа ярҙамында идара ителә. Был шәп әйберҙе Ford америка концерны белгестәре һәм GTB фирмаһы инженерҙары яһаған. Башлыҡ күп сәғәттәрен руль артында ултырып, оҙон юл йөрөүселәргә бик ҡулай. Үҙебеҙ ҙә шофёр­ҙарҙың йоҡлап китеп, фажиғәләргә элә­геүен ишетеп торабыҙ бит.

Ошондай күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡотолор өсөн махсус эшләп сығарғандар ҙа инде. Әлеге баш кейеме үҙендә урынлашҡан приборҙарҙың күрһәткесен һәр ваҡыт тикшереп тора. Унда ҡуйылған программа кешенең күҙе йомола башлауын һиҙеп ҡалһа, башлыҡ шунда уҡ тауыш сигналдары, тирбәлеү һәм яҡтылыҡ ебәреп, тиҙ генә тәьҫирен еткерә. Бынан һуң водитель уянып, дәртләнеп, юлды артабан дауам итә.
Башлыҡ-будильник тәүге тапҡыр Бразилияла йөк машинаһы – Fordтың 60 йыллығы көнөндә күрһәтеүгә сығарыласаҡ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code