Башҡортостандан йәш геройҙар, «Ҡайнар йөрәк» билдәһен яулаусылар Ҡара диңгеҙ буйына юллама аласаҡ

12 апрелдә Рәсәй Федерацияһы Президентының Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә «Ҡайнар йөрәк» бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысының Башҡортостандан ун лауреатын бүләкләү тантанаһы үтә. Уларҙы Рәсәйҙең 85 төбәгенән 940 бала арыһынан һайлап алдылар.

Баш федераль инспектор Михаил Закомалдин Өфөнән Илфат Ғәлинға; Яңауылдан Әҙил Ғиниәтуллинға, Булат Миңлеғәлиевҡа, Джахонгир Мирзаевҡа һәм Илдар Юлдашевҡа; Шаран районынан Илгиз Далжановҡа һәм Артем Урсаевҡа; Бишбүләк районынан Азат Мәзитовҡа; Мәләүез ҡалаһынан Ләйлә Сәйфетдиноваға күкрәккә таға торған билдә, диплом һәм Маҡтау китабын тапшырасаҡ. Тағы ла бер «Ҡайнар йөрәк» эйәһе Алина Абдуллина үҙенең наградаһын Мәскәүҙә бөтөн илдән лауреаттарҙы бүләкләү һәм хөрмәтләү тантанаһында алды. 18 йәше тулмаған йәш батырҙар дәртләндереү сифатында Ҡара диңгеҙ буйындағы «Орленок» бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә юллама аласаҡ.
2018 йылда бөтәһе 156 кеше (уларҙың өсәүһе үлгәндән һуң) һәм һигеҙ йәмәғәт ойошмаһы һәм берләшмә наградаға тәҡдим ителде. Йәш батырҙарҙың тетрәндергес, фәһемле, изге, дәртләндергес тарихтары «Ҡайнар йөрәк-2018» Маҡтаулы китабына инде.
Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды 2013 йылдың ноябренән «Ҡайнар йөрәк» бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысы уҙғара. Уның төп маҡсаты – вайымлылыҡ һәм әүҙем тормош ҡарашын күрһәткән, кешеләргә эскерһеҙ ярҙамға килгән йәки ауыр тормош хәлен үтеп сыҡҡан 23 йәшкәсә балаларҙы һәм йәштәрҙе ололау һәм уларға рәхмәт белдереү.
Башлана көндөҙгө сәғәт 3-тә.

Әлфиә Әғлиуллина, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code