Башҡортостанда сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре БДИ тураһында клип төшөргән

Шишмә районың Әлкә-2 ауылында ата-әсәләр балаларының сығарылыш кисәһенә үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән. Ата-әсәләр уҡытыусылар менән бергә БДИ темаһына «Время и Стекло» төркөмөнөң «Навернопотомучто» көйөнә юмористик йыр яҙҙырған.

Видеоклипта ата-әсәләр балалары менән ҡатмарлы имтихандарға әҙерлек ауырлыҡтарын уртаҡлашыуын күрһәтә. Әсәләр йорт мәшәҡәттәре менән булғанда: үтекләнгәндә, ашарға бешергәндә, бәләкәй балалар менән саф һауала йөрөгәндә «Был бөтә нәмә тиҙерәк бөтһөн ине!» тип үтә ауыр белдерә һәм БДИ-ны тапшырыу улар өсөн ҡатмарлы эш булыуына зарлана. Аталар ҙа көндәлек мәшәҡәттәрендә бөтә ғаиләһе өсөн ҡатмарлы осорҙо кисерә.

Йырҙа ата-әсәләр «Моғайын, БДИ кемгәлер кәрәктер… » тип үҙҙәренең һәм балаларының ғазаптарына аңлатма бирә.

«Беҙ быны оҙаҡ төшөрҙөк, эшләнек. Сығарылыш кисәһенә саҡ өлгөрҙөк. Рәхәтләнеп ҡарағыҙ. Әлкә-2 ауылы урта белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары, беҙ һеҙҙе яратабыҙ», — тип мөрөжәғәт итә улар мәктәпте тамамлаусыларға урта мәктәптең YouTube-каналында.

 Гөлфиә АКУЛОВА.«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code