Башҡортостанда егет уҡыусыларға бысаҡ менән ташланған һәм мәктәпкә ут төрткән

Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәптә ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Уҡыусы балаларға бысаҡ менән ташланған, һуңынан класҡа ут төрткән.
«Мәктәптә ниндәйҙер егет бысаҡ тотоп йүгереп йөрөнө. Уҡытыусы ишекте тотоп торҙо, һуңынан кабинетҡа килеп инде. Егет бер ҡыҙға бысаҡ менән сәнсте, ҡыҙ иһә икенсе ҡаттан һикерҙе», — ти ваҡиға шаһиттары.

Бинанан бөтә уҡыусыларҙы ла  эвакуациялағандар. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы рәсми мәғлүмәттәре буйынса, өс бала һәм бер өлкән кеше зыян күргән. Улар Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатылған. Табиптар уларҙың хәлен уртаса тип баһалай. Урында оператив хеҙмәттәр эшләй.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында мәғариф учреждениеһына һөжүм итеү осрағын раҫланылар. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Наталья Овчарук, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code