Башҡорт теленән региональ диктант — 2018

Башҡорт дәүләт университеты тарафынан быйыл инде дүртенсе тапҡыр башҡорт теленән региональ диктант ойошторола.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция, был акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Был сараны үткәреү принциптары урыҫ теленән тоталь диктант яҙҙырыу тәртибе менән тап килә. Ойоштороу комитетының һәм Баһалама комиссияһының ағзалары исемлеге, эштәрҙе тикшереү һәм баһалау критерийҙары билдәләнгән.

Региональ диктантты үткәреүҙең маҡсаттары:
1. Башҡорт теле мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеү.
2. Грамоталылыҡ проблемаларын йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары аша хәл итеү.
3. Теләгән кешегә үҙ грамоталылығын тикшерә алыу мөмкинлеген биреү.
4. Башҡорт әҙәби теле нормаларын белеүҙең әһәмиәтен күтәреү.
5. Грамоталы яҙыу культураһын үҫтереү.
Сара 21 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында (Өфө ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди урамы, 32-се йорт, 01, 02-се аудиториялар) һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама филиалдарында, юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа, мәктәптәрҙә һ.б. ойошмаларҙа үткәрелә. Башланыу ваҡыты – 10.00 сәғ.
Региональ диктанттың девизы: «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам».
Диктантта исем-шәрифте яҙыу мотлаҡ түгел, псевдоним йәки йәшерен һүҙ генә (кодовое слово) күрһәтергә мөмкин. Диктантты онлайн рәүештә лә яҙып була. Барлыҡ мәғлүмәт – БДУ-ның regdict.bashedu.ru сайтында. Барығыҙҙы ла был акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Бәйләнеш:
e-mail: kaf.vbya@yandex.ru
Телефон: 8(347) 272-33-82

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code