Башҡорт теле көнөнә арнап

Башҡорт теле көнө алдынан интернет селтәрендә бер нисә конкурс башланды. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойоштора. Ярыштар туған телебеҙҙе әүҙемләштереү маҡсатын ҡуя. Нәфис әҙәбиәт өлгөләрен тәржемә итеп ҡарарға теләүселәр ҙә үҙ көсөн һынай ала. Конкурстар менән «Бәйләнештә» селтәрендә «Башҡорт теле көнө» төркөмөндә таныша алаһығыҙ.

Башҡорт теле көнө 14 декабрҙә билдәләнә. Был көндө Өфөлә конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ла үтә.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code