Баш­һырт тау­ҙары

– Күптән был тирәлә булма­ғанмын икән. Ҡайһылай матур! – Вәсилә инәйем Баш­һырт тау­ҙарына һоҡланып баҡты.
– Их, инәй! Аңлайһыңмы, был тауҙарға бөтә булмышым менән бәйле мин! Бөркөт булып һауаларҙа осҡом, ел булып ошо иркенлекте күргем килә. Күпме ҡараһам да, хозур Башһыртҡа һөйөүем дә кәмемәҫ, һоҡланып та туҡтамам. Ҡанат ҡағып осоп китер ҡоштай талпынам.

– Эй, хыялыйһың да инде! Шул тиклем дә тәбиғәтте яратыр икән кеше! Булманың ғына түгел, нисә килдең һин бында? Иҫләйһеңме биш йәшеңдә ошо тауға артылғаныңды? Йәйәү йөрөп арып киткәс, Мансур бабайыңдың елкәһенә ултырып тауҙар ҡыҙырғаның­ды? – Инәйем көлөмһөрәп ҡуй­ҙы.
– Эйе. Ошонда ишеткәндәрем күңелдә яҡты бер хәтирә булып һаҡланған. Әйтерһең дә, һин шул мәлдә тарих китабының биттәрен асҡанһың. Ә мин һөйләгәндәрҙе күңелемә һалып барғанмын. Шул китаптың зарлы биттәрен уҡы­ғандай, берсә күңелем тула, халыҡ йырҙарын ишеткәндәй, үҙем дә оҙон көй һуҙам. Уйҙарымды аҡ ҡағыҙға төшөрһәм, киләсәк быуынға ла ҡалыр, шулаймы?
Тағы… Уйлап ҡараһаң, бында бер генә түгел, меңәрләгән кешенең эҙҙәре, хәтирәләре уйылып ҡалған.
– Әлбиттә, ҡыҙым! Һин беләһеңме был тауҙар ниңә улай үҙенсәлекле икәнен? – Вәсилә инәйем уҡыусының өйгә эшен тикшергән уҡытыусылай, ныҡ итеп ҡарап алды.
– Юҡсы. – Мин дә тылсым көткәндәй әҙерләндем.
– Ғалимдар фаразлауынса, Ҡыраҡа һырттары Урал тауҙарында плиталарҙың тектоник шылыу ваҡытында барлыҡҡа килгән. – Инәйем ҡатмарлы итеп һөйләй.
– Ә ябай тел менән әйткәндә…
– Был тауҙар әйләнеп ятҡан. Ҡыраҡа «ҡырҡ арҡа» һүҙенән килеп сыҡҡан. Тап ошо һырттарҙа урынлашҡан тауҙар Баш­һырт исемен алған, йәғни баш һырттар. Ә баш һырт ике тау­ҙың үркәсле урыны була. Был урындар тураһында мәғлүмәт Иван Иванович Лепёхин менән Пётр Иванович Рычковтың яҙмаларында сағыла.
Вәсилә инәйем Башҡорт Дәүләт ҡурсаулығы сиген үткән ерҙә төҙөлгән «Башһырт шарьяжы» тип яҙылған стела янында туҡтай һәм һөйләүен дауам итә:
– Был тирәлә хәҙер ҡурсаулыҡтың тарихи-геологик эко­һуҡмағы һалынған. Ә IX быуатта сәйәхәтсе-географ Әл-Бируни нәҡ ошо урындарҙы етенсе климаттың сиге тип билдәләп китә.
– Әл-Бируни Башһырт тау­ҙарында булған, тимәксеһеңме?
– Әл-Бируни һәм Мәхмүд Гардизи ошо яҡтарҙа сәйәхәттә булып, Башһырт тауҙарына башлап исем ҡушалар. Шул көндәрҙән йәки IX быуаттан башлап был урындар Башһырт тауҙары тип йөрөтөлә башлай.
Инәйем менән сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Ҡәҙриә ҠАСИМОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code