Барлығы – 38 тағараҡ!

Ҡыш – беҙҙең яҡта ҡалған ҡоштар өсөн бик ауыр миҙгел. Уларҙың күбеһе аслыҡтан үлә. Ҡоштарҙы сатлама һыуыҡтан һаҡлау өсөн беҙҙең мәктәптә «Тағараҡ» экологик акцияһы үткәрелде. Мәктәптең дөйөм линейкаһын­да «Йәш урмансылар» түңәрәге етәксеһе Әлфи­рә Әхмәт ҡыҙы Азаматова уҡыу­сыларға ҡышлаусы ҡоштар хаҡында мәғлүмәттәр биреп, уларға ярҙам итергә өндәне. Шулай уҡ түңәрәккә йөрөүсе Ынйы Йәғәфәрова һәм мин ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тураһында ши­ғыр­ҙар һөйләнек.

Беҙҙең яҡтарҙа ниндәй ҡоштар ҡышлауын, ниндәй һыйҙы яратыуҙарын да бик яҡшы беләбеҙ. Шулай ҙа мин Ынйы Йәғәфәрова, Рамаҙан Йәғәфәров, Бөрйән Иҫәнғолов менән башланғыс синыф уҡыусылары өсөн иҫкәрмәләр тараттыҡ.
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙгә ата-әсәләр был йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтә, үҙҙәре лә сәмләнеп ярышҡа ҡушыла. I – IV синыф уҡыу­сылары ҡоштар өсөн үҙ ҡулдары менән тағараҡтар яһаны. Изге йома көнөндә дәрестән һуң мәктәп янындағы ағаслыҡҡа улар­ҙы сығарып элделәр һәм тәм­лекәстәр менән тултырып ҡуй­ҙылар. Барлығы – 38 таға­раҡ!
Еңеүселәр мәктәп етәкселеге тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Баҡса янынан үткән һайын тағараҡтарға һоҡланып ҡарайбыҙ. Ем һалып торорға ла кәрәк, бының өсөн яуаплылыҡ дежур синыф уҡыусыларына йөкмәтелде. Түңәрәк ағзалары тағараҡтарға килеүсе ҡоштарҙы күҙәтеп, көндәлектәр алып барасаҡ.

Алтынай КИЛМӘКОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Беренсе Этҡол мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code