Бар булмышым бейеүҙә сағыла

Башҡорт теле дәресендә Зарема Замир ҡыҙы Ғайсина менән бергәләп «Йәншишмә» гәзитен байҡап сыҡҡандан һуң үҙем менән дә таныштырырға булдым әле. Мин Башҡортостандың иң матур ауылдарының береһе булған Амангилделә ҙур, татыу ғаиләлә тыуғанмын. Әлеге көндә урта мәктәбебеҙҙең VI синыфында тырышып ҡына уҡып йөрөйөм. Әлбиттә, уҡыу­ҙан тыш, ярат­ҡан шөғөлдәрем байтаҡ.

Шуларҙың күңелгә иң ятҡандары – бейеү һәм саңғыла йөрөү. Бейеү һәләте миңә әсәйемдән кил­һә, саңғы спорты – атайымдан.
Тәүге тапҡыр дүрт йәшемдә «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһында «Байыҡ» бейеүе менән сығыш яһаным. Булған һәләтемде үҫтереү маҡсатында атайым менән әсәйем мине район үҙәгендәге «Сорнай» балалар бейеү студияһына йөрөтә башланы. Бына инде өсөнсө йыл бейеү оҫталары Лилиә Рәил ҡыҙы һәм Радик Зиннур улы Хәлиловтарҙа шөғөлләнәм. Әлеге көндә төрлө милләт халҡы бейеүҙәрен өйрәнәбеҙ, районыбыҙҙа уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Яңыраҡ ҡына Учалы ҡалаһын­да уҙғарылған «Яҙ һулышы» халыҡ бейеүҙә­ре фестиваленән Гран-при яулап ҡайт­тыҡ.
Бейеүҙәр аша беҙ халыҡтарҙың кейемдәрен, тормошон, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнәбеҙ. Яратҡан шөғөлөм миңә уҡыуымда һис кенә лә ҡамасауламай, киреһенсә, дәрт өҫтәй. Киләсәгемде бейеү һәм спорттан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Минең был шөғөлдәрем мотлаҡ рәүештә ярат­ҡан һөнәрҙәремә лә әйләнер, тип уйлайым.

Динислам МАНСУРОВ, VI синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code