Балалар баҡсаһында – «Ҡаҙ өмәһе»

Беҙ ата-бабаларҙан ҡал­ған изге йолаларыбыҙҙы яңынан тергеҙергә, йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ. Улар – милләттең рухи байлығы, сәнғәте һәм мәҙәниәте, тәрбиә, әҙәплелелек сығанағы, кешелә ғорурлыҡ, яуаплылыҡ той­ғоһо, татыулыҡ, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләй. Шулай булғас, бәләкәй балаларҙы үҫтергәндә халыҡ йолаларын ҡулланыу бик ҙур әһәмиәткә эйә. Үҙ хал­ҡының телен, ғөрөф-ғәҙәтен, тарихын белгән бала, һис шикһеҙ, тәрбиәле, аҡыллы, халҡына, иленә тоғро кеше булып үҫәсәк. Яҡын-тирәлә йәшәгән башҡа милләт вәкилдәренә лә, уларҙың ғөрөф-ғәҙәтенә лә ихтирам менән ҡараясаҡ.

Байрам малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла ныҡ оҡшаны.

Ҡаҙ өмәһе – матур йолаларыбыҙҙың береһе. Ул ҡыштың тәүге көндәрендә үк үткәрелә. Хужабикәләр алдан уҡ ярҙамға күршеләрен, әхирәттәрен саҡыра. Килгән өмәселәр ярышып ҡаҙ мамығын йол­ҡа, йәш ҡыҙҙарҙы был эштең серенә төшөн­дөрә. Өмә ваҡытында уйын-көлкө, йыр-бейеү ҙә булған, бик күңелле үткән ул.
Ошо көндәрҙә беҙ­ҙең 51-се балалар баҡсаһында ла шундай күркәм йоланы сәхнәләштерҙек. Маҡсатыбыҙ ҡала шарттарында үҫкән балаларҙың үҙ хал­ҡының телен, ғөрөф-ғәҙәтен белеп үҫеүе һәм йолаларыбыҙға ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү ине. Ҡунаҡтарҙы беҙҙең ҡыҙҙар һәм малайҙар телебеҙҙе яҡшы белеүҙәре, шартлатып шиғыр һөйләүҙәре, бейеү, йырҙары менән хайран итте. Хатта борондан килгән «Ҡа­ра-ҡаршы әйтеш» уйынын күр­һәтеп һоҡлан­дыр­ҙылар. Сағыу кейемдәре, ҡул эштәренән, шулай уҡ милли аш-һыу күргәҙмәһе байрамға тағы ла йәм өҫтәне.
Милли йола аша быуын­дар бәйләнеше ны­ғын­ды. Атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр әҙгә генә булһа ла күңелдәре менән бала саҡтарына ҡайтып әйләнгәндер, моғайын.

Сәлимә ЙӘНТҮРИНА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code