Балалар өсөн медицина бүлмәләре

Өфө мәктәптәренең 63 мең 538 уҡыу­сыһына 62 табип һәм 87 шәфҡәт туташы тура килә. Был хаҡта ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә мэрияның халыҡтың һаулығын һаҡлау бүлеге начальнигы Рәдиф Сабиров белдерҙе. Әлеге ваҡытта ҡаланың барлыҡ мәктәптәрендә лә медицина учреждениелары менән балаларҙы хеҙмәтләндереү өсөн лицензиялар рәсмиләштерелгән. Баш ҡаланың ике лицейы (160-сы һәм 161-се) документҡа ҡул ҡуйыу стадияһында.

«Биш балалар баҡсаһында медицина бүлмәләре юҡ (7-се, 31-се, 35-се, 56-сы һәм 71-се балалар баҡсалары), – тип билдәләне Рәдиф Сабиров. – Социаль объекттарҙы төҙөгәндә был биналар иҫәпкә алынмаған. Һигеҙ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында медицина бүлмәләре бар, ләкин улар лицензияһыҙ эшләй (1-се, 4-се, 14-се, 45-се, 47-се, 150-се, 273-сө, 275-се балалар баҡсалары). Һуңғылары иҫке биналарҙа урынлашҡанлыҡтан, санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә тап килмәй».

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code