Бала саҡ хыялына тоғро ҡалып

Бындай машиналарҙы һеҙ магазинда таба алмаясаҡһығыҙ. Улар ысындарынан бер нәмәһе менән дә айырылмаған кеүек. Үлсәме менән генә булмаһа… «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Айбулат Ишназаров ағайығыҙ уларҙы үҙ ҡулдары менән яһаған.
Машиналар менән бәләкәй сағынан ҡыҙыҡһына. Ул ваҡытта интернет юҡ, китапхананан, ҡала кешеләренән «За рулём», «Юный техник», «Техника – молодёжи», «А почему?», «Левша» журналдарын алып, йотлоғоп уҡый. Улының ҡыҙыҡһыныуын күреп, VI синыфта сағында әсәһе уны үҙҙәре йәшәгән Баймаҡ ҡалаһының Йәш техниктар станцияһына алып бара. Егеттең күптәнге хыялы тормошҡа аша. Рәхәтләнеп әллә нимәләр төҙөргә була бит! Ул радиоэлектроника һәм фото төшөрөү менән шөғөлләнә. Ғилми-популяр журналдар уҡырға әүәҫләнеп китә.

–1999 – 2000 йылдарҙа машиналар менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Журналдарҙың бер нәмә­һен ҡалдырмай уҡый тор­ғайным, хатта рекламалар­ға тиклем. Урамда торған машиналарҙы ҡарап, улар­ҙың төрөн танып, кешеләр­ҙе аптыратып бөтә торғайным, – ти Айбулат.
Мәктәптән һуң Сибай­ҙағы педколледжды тамамлағас, 2006 – 2008 йылдарҙа Баймаҡ районы мәктәптәрендә балаларға белем бирә. Бер үк ваҡытта Йәш техниктар станцияһында эшләү бәхете лә тейә үҙенә. Армиянан һуң Баймаҡ районы гәзите «Һаҡмар»ҙа хеҙмәт юлын дауам итә. Бер юлы БДУ-ның Сибай институтында тарихсы һөнәрен ала. Дүрт йылдан һуң респуб­лика­быҙҙағы популяр баҫ­ма­лар­ҙың береһе «Йәшлек»­кә килә. Бында ла хәҙер бишенсе йыл хәбәрсе вазифаһын башҡара. Машина ене ҡағылған ағайығыҙ гәзиттәге «Күсәр» рубрика­һын да алып бара.
Бала саҡтан килгән һөнәренә тоғро ҡалып, әле лә моделизм менән булышыуын дауам итә. 2012 йылдан авиамоделдәр яһай башлай. Граждандар авиацияһына өҫтөнлөк би­рә: Ту-134, Ту-144, Ту-154, Ан-2, Ил-18, Ил-76 самолёттары бар. 2014 йылдан автомоделизмға күсә. Самолёттарҙы заказға ғына яһай.
– Советтар Союзы заманындағы машиналарға иғтибарҙы нығыраҡ бүләм, – тип дауам итте һүҙен Айбулат. – Башта әҙер моделдәрҙе ала инем. Ләкин уларҙа хаталар, төрлө етеш­һеҙлектәр күп була, төҫтәр ҙә тап килмәй, төҙәтә-тө­ҙәтә хәл бөтә. Шуға йыйылмалы моделдәргә өҫтөнлөк бирә башланым. Улар ике-өс тапҡырға ос­һоҙораҡ та, етмәһә, ҡы­ҙыҡлыраҡ итеп үҙеңсә эшләп алырға ла була. Әлбиттә, был күп тырышлыҡ һәм сыҙамлылыҡ талап итә. Буяғанда автомобиль технологияһын ҡулланам. Деталдәрҙе башта спирт менән майһыҙландырыр­ға, аҙаҡ грунтларға кәрәк. Һуңынан шымартам. Бумала йәки баллонлы буяу менән һиптереп буяйым. Бик һаҡ тотонорға кәрәк.
Әле уның коллекцияһында «Икарус», ЛиАЗ, ПАЗ, КАвЗ автобустары, ағас ташыусы, фургонлы, борт кузовлы, үҙбушатҡыслы, ян­ғын һүндереүсе ЗИЛ, ГАЗ, МАЗ, КамАЗ, «Tатра», «Mагирус» маркалы йөк машиналары бар. МТЗ, ЛТЗ, Кировец К-700 һәм К-701, Т-150 тракторҙарын да күрергә мөмкин. Еңел автомобилдәрҙән «Жигули», «Москвич», «Волга»ларҙы осратаһың.
Машиналарҙың үлсәме – 1:43. Йәғни ысынынан 43 тапҡырға бәләкәсәйтелгән. Эш ҡоралдарына килгәндә, пинцет, махсус бысаҡтар, өҫтәлгә йәйергә резина япма, тишкес, елем, буяуҙар, тейен йөнөнән бумалалар кәрәк.
Һаҡлау урыны ла булыр­ға тейеш бит әле. Кемдер әҙер шкафты һатып ала. Айбулат иһә быяланан ишектәр, кәштәләр ҡуйып, ағастан үҙе яһап алған. Өйҙә бәләкәй бәпестәре булғас, улар һәр ваҡыт бикле тора.
– Ни өсөн был эш менән булышаммы? Бала, үҫмерсаҡта төрлө машиналарҙы күреп, хатта ултырып йөрөнөм. Бөгөн уларҙың күбеһе юҡ. Был эштәрем шул ҡабатланмаҫ йылдарҙы хәтерләтә. Икен­сенән, күңелде лә тыныс­ландыра, – ти оҫта.
Айбулаттың әйтеүенсә, моделизм менән шөғөлләнеүселәр бихисап. Интернетта улар үҙ-ара танышып, аралашып торалар, бер-береһенә эштәрен күрһәтеп, фекер алышалар. Төрлө материалдан – пластиктан, тимерҙән деталдәрҙе үҙҙәре яһаған оҫталар ҙа бар икән. Быныһы инде бигерәк һоҡландыра. Машинаның ише­ген, кузовын, тәҙрәләрен айырым эшләп ултыр әле.
Былтыр Айбулаттың Сибайҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейында шәхси күргәҙмәһе лә үткән әле. Унда өс төрлө йүнәлештәге эштәре күрһәтелгән. Авто, авиамоделдәр, боронғо аҡсалар, значоктар. Беҙ­ҙең бөгөнгө геройыбыҙ нумизматика һәм фалерис­тика менән дә шөғөлләнә булып сыҡты.
Айбулат Ишназаровтың эштәре һоҡланғыс. Улар­ҙың өйҙәре бәләкәйерәк музейҙы хәтерләтеп ҡуя хатта. Өс шкаф машина. Шөғөлөнә ғаилә ағзалары ла ыңғай ҡарашта. Ҡатыны Гүзәл үҙе лә ярҙам итеп ебәрә. Әле бер йәше лә тулмаған Әмирхан улдары ла атаһының шөғөлөн күреп, эшкә өйрәнеп, оҫта ҡуллы булып үҫер әле.

Х. ХӘСӘНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code