Балаҫ һуғыу тарихы

Ҡул менән балаҫ һуғыу эше сүсле материалдарҙан еп һәм туҡыма етештерергә өйрәнгәндән алып йәшәп килә. Уның барлыҡҡа килеү ере булып Персия һанала. Тарихсылар иҫәпләүенсә, ул саҡтағы көнсығыш күсмә халыҡ ҡалын, йылы киндер һуҡҡан. Күсеп йөрөү шарттарында бындай балаҫтар елдән һәм ҡомдан һаҡларға, йорттарын бүлергә йәки биҙәргә ярҙам иткән.

Унан һуң, яҡынса 4 мең йыл элек, балаҫ һуғыу Төркмәнстанда барлыҡҡа килә. Урта Азия, Ҡытай, Иран, Сүриәнең төньяҡ өлөшө – Месопотамияла беҙҙең эраға тиклем III – II быуаттарҙа йөнтәҫ балаҫтар етештереү үҫешә. Беҙҙең көндәргә килеп еткән боронғо тәүге эш яҡынса 2 мең йыл элек һуғыл­ған. Уны 1949 йылда совет археологы Сергей Руденко тапҡан. Әле Эрмитажда һаҡлана.
Европала XVI быуатта көнсығыштан һүрәттәр­ҙе һәм технологияларҙы күсереү юлы менән ба­лаҫ һуғыу эшен яйға һалып ҡарайҙар. Һуңғараҡ XVII быуатта урындағы йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр тәьҫирендә үҙенсәлекле биҙәктәр барлыҡҡа килә. Ул саҡтағы балаҫтар көнкүрештә генә түгел, хәрби походтар мәлендә лә киң ҡулланыла.
Балаҫтарҙы машиналарҙа етештереү XVIII быуатта башлана. Тәүге балаҫ һуғыу фабрикаларына Англияла 1751 йылда нигеҙ һалына. Ә 1806 йылда француз туҡыусыһы Жозеф Жаккард биҙәкле туҡымалар һәм балаҫтар һуғыу машинаһын уйлап таба.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code