Байрамың менән, әсәй!

Иң матуры, иң гүзәле –
Ул бит минең әсәйем.
Тылсымлы ла, яғымлы ла
Әйткән һүҙе әсәйҙең.Рәхмәт әйтәм Хоҙайыма
Әсәкәйем булғанға.
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешем
Гел янымда булғанға.

Диана  КҮСКИЛДИНА.

 

Яна ӘБДЕЛҠАДИРОВА.

Үҙемде шул тиклем бәхетле тоям, сөнки, бала­ҡайым, тип өҙөлөп тороу­сы кешем бар. Был донъяла күпме бала әсә наҙынан мәхрүм. Улар ҙа бит үҙ әсәләрен зарығып көтә…
Минең ҡәҙерлем Әлфиә Миңлеғәле ҡыҙы Сурина Ейәнсура районының Яр­ғайыш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Бәләкәй сағынан уҡ бик шуҡ, етеҙ булған ул, эш яратҡан. Беҙ ҙә ғаиләлә бишәүбеҙ. Әсәйем Өфөгә барып, республика Башлығы ҡулынан миҙал да алып ҡайтты. Ул шундай уңған, егәрле: тәмле-тәмле итеп торттар, бәлештәр бешерә. Ә инде әсәйемдең өҫтәлгә ҡуйған бауыр­һағы телеңде йоторлоҡ була. Шулай уҡ бәйләргә лә ярата. Беҙгә биҙәкләп-биҙәкләп йылы ойоҡбаштар, ултырғыс түшәктәре, һеңлемә итәктәр бәйләй.
Ауыл тормошонда ла әсәйем ҡайнап йәшәй: клубта үткәрелгән концерттарҙа, ғаилә ярыштарында йыш ҡатнаша. Ул бик матур йырлай. Беҙҙе лә йырларға, оҫта итеп шиғырҙар һөйләргә өйрәтә. Ошондай әсәйем булғанға мин шул тиклем ҡыуанам һәм ғорурланам.
Уны байрам менән ҡотлайым!

Илгизәр СУРИН, II синыф уҡыусылары.
Хәйбулла районы, Бәләкәй Арыҫланғол мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code