Байрамды – яҡшы кәйеф менән!

Уҡыу йылы тамамланыуға ла күп ҡалманы инде. Һәйбәт билдәләр алыр өсөн тырышып уҡыйбыҙ, өҫтәмә рәүештә шөғөлләнәбеҙ. Төрлө сараларҙа ла һынатмайбыҙ. Мәктәптә үткәрелгән «Йөрәк һүҙе» бәйгеһендә Нилә Бәширова, Вилмир Ғибәҙуллин, Алина Миһранова, Сөмбөл Хафизова ысын артистарса шиғыр һөйләп, юғары балл йыйҙы. Башланғыс синыфтар араһында олимпиадала Нилә – тирә-яғыбыҙҙағы донъянан, Гүзәл Шафиҡова башҡорт теленән районда I урын алды. Шулай уҡ тикшеренеү эштәре буйынса ижади бәйгелә Нилә – I, Сөмбөл II урын яуланы.

Спорт ярыштарында ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Мәктәптә генә түгел, район буйынса үткән саңғы ярышында, пионербол, баскетболда ла матур һөҙөмтәләргә өлгәштек. Арҡауылда саңғыла уҙышта Алина III урынға сыҡты.
Шулай уҡ һүрәт төшөрөү буйынса бәйгеләрҙе лә көтөп алабыҙ. 23 февралгә әрмелә хеҙмәт итеүсе ағай, атайҙарыбыҙҙы һүрәтләһәк, 8 Мартҡа, Әсәйҙәр көнөнә, ғәзиздәребеҙҙең портреттарын эшләнек. «Уттан һаҡланығыҙ!», «Шырпы уйынсыҡ түгел» тигән темаларға ла һүрәт төшөрҙөк.
1 Майға ҡарата I – XI синыфтар, уҡытыусылар ҡатнашлығында ауыл клубында ҙур концерт менән сығыш яһаясаҡбыҙ. Инде йолаға әйләнгән был тамашаға атай-әсәйҙәребеҙ, өләсәй-олатай­ҙарыбыҙ ҙа киләсәк.
Оҙаҡламай мәктәптә беҙҙең дүртенселәр өсөн дә сығарылыш көнө етер. Үҙебеҙҙең яратҡан уҡытыусыбыҙ Фәрбиҙә Рәсүл ҡыҙы Мусина менән айырылышыуы ҡыйын буласаҡ. Икенсе әсәйебеҙгә әүерелгән уҡытыусыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.

IV СИНЫФ УҠЫУСЫЛАРЫ.
Салауат районы, Лағыр мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code