Байрам түрендә – Шыршыҡай

Йыл һайын республика Башлығы Шыршыһын уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Унда уҡыу алдынғылары, олимпиада, спорт ярыштары еңеүселәре, фестиваль лауреаттары, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың ул, ҡыҙҙары ҡатнаша. Быйыл баш ҡалабыҙҙың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған байрамды 780 уҡыусыға күреү бәхете тейҙе.

Ҡыш бабайға ла, Ҡарһылыуға ла Йыл хужаһының моңло тауышы оҡшаны.

Учалы районының
Ураҙ лицейынан
Линиза Шәйхетдинова.

Бында килеүсе балалар өсөн цирк тамашаһы, фойела әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу ҡатнашлығында ҡыҙыҡлы уйындар ҙа ойошторолдо. Төрлө төҫтәргә сорналып балҡыған ҡупшы шыршыҡай эргәһендә улар менән иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр.
Республика Шыршы байрамында ҡатнашыусыларҙың береһенән-береһе шәп, һәләтле, яулаған уңыштары ла байтаҡ ине. Бына, мәҫәлән, Учалы районы Ураҙ лицейынан килеүсе Линиза Шәйхетдинова йәмғиәтте өйрәнеү, урыҫ әҙәбиәтенән олимпиадаларҙа призёр булғаны өсөн байрамға саҡырыу ҡа­ғыҙы менән бүләкләнгән. Тырыш ҡыҙ бейеү, һүрәт тө­шөрөү буйынса бәйгеләрҙә лә һынатманы. Бында үҙенә күп дуҫтар ҙа табыуына бик шат.

«Беҙ Салауат районынанбыҙ».

– Быйыл минең йылым бит. Шуғалырмы икән, уңыштарым күп булды. Киләһе Эт йылында ла олимпиадаларҙа ҡатнашып, күберәк еңеү­ҙәр яуларға теләйем, – ти ул.
Байрамда ҡурай тотоп йөрөгән малайҙар ҙа иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы. Баймаҡ районынан икәндәр.
– Атайым, ҡартатайым да ҡурайҙа уйнай. Мин уларҙың юлын дауам итәм. Быйыл Күмертау, Октябрьский ҡалаларына сығыш яһарға ла бар­ҙым, – ти Байыш мәктәбе­нән килеүсе Батыр Дәүләтшин.
Ул Сибайҙа фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашып, I урын да яулаған. Баскетбол, волейбол менән дә шөғөлләнә.
Баймаҡтағы 2-се мәктәптә белем алыусы Батыр Әминев тә ҡурайҙа оҫта уйнай. «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереү, шиғыр һөйләү буйынса район конкурстарында ҡатнашып, Маҡтау грамоталары алған.
– 13 бала алып килдек. Улар – барыһы ла уҡыу алдынғылары, спорт, фәнни эш менән әүҙем шөғөлләнеүселәр. Бер-береһе менән танышып, дуҫлашып алдылар инде. Шыршы байрамы бик оҡшай. Рәхәтләнеп ял итәбеҙ, – ти был балаларҙы алып килеүсе етәкселәре Айгөл Хәйерзаман ҡыҙы Үҙәнбаева.

Борайҙар етәкселәре Ләйсән Муллағәлиева менән Яңы йыл бүләктәре алғандан һуң.

Ейәнсуранан Илһөйәр Мәсәғүтова менән Айҙар Ҡунаҡбаев.

Шыршы байрамында йырсы, бейеүсе, спорт менән дуҫ балаларҙы ла осраттыҡ. Ейәнсура районы Иҙәш мәктәбенән Айҙар Ҡунаҡбаевты, бәлки, беләһегеҙҙер ҙә әле. Ул «Сулпылар» телевизион бәйгеһе финалында III урын алыу бәхетенә ирешкән. Өс йәштән йырлай. Ғаиләләре менән йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡтар.
Ә Күгәрсен мәктәбенән Илһөйәр Мәсәғүтова саңғыла шәп йөрөй. Район, Урал аръяғы, республикала үткән ярыштарҙа алдынғы урындарҙы алып, миҙалдар менән бүләкләнгән. Киләһе йылда иң ҙур теләге – тырышып уҡыу, төп дәүләт имтихан­дарын һәйбәт тапшырыу, саң­ғыла тағы ла юғарыраҡ уңыш­тарға ирешеү.
Төрлө район, ҡалаларҙан йыйылған иң-иңдәрҙе мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова ихлас тәбрикләп, өр-яңы йылда ла тырышып уҡыуҙарын, төрлө бәйге-ярыштарҙа һынатмау­ҙарын, еңеү яулауҙарын теләне.
Фойела ҡыҙҙар, малайҙар­ҙы «Яңы йыл тауышы»тигән мөғжизәле әкиәт тамашаһы көтә ине. Ҡыш бабай байрамдың ғәҙәттәгесә булыуын теләй: шыршы, өҫтәлдә – мандариндар, «Үҫте урманда шыршыбыҙ» тигән йыр яңғырауын. Ә Ҡарһылыу презентация әҙерләп, яңыса йыр­ҙар, технологиялар индерелеүен көтә.

Баймаҡ районынан килеүсе балалар етәкселәре Айгөл Үҙәнбаева менән.

Патефоны боҙоҡ икәнлеге асыҡланғас, Ҡыш бабайҙың бер аҙ кәйефе төшә. Яратҡан йырын тыңлай алмай, шуға ла йыр-моң фес­тивале иғлан итергә була. Унда кемдәр генә ҡатнашыр­ға килмәй! Баш­ҡорт айыуы, Бөрйән бал ҡорттары, Фил… Юғал­ған хай­уандар приютына килеп эләгеүсе маъмай ҙа бәйгене ишетеп ҡалып, кө­сөн һынап ҡарамаҡсы бу­ла. Ҡасып бул­һа ла сығып, үҙен күр­һәтергә теләй. Тик уңышһыҙлыҡҡа осрай. Приют хужаһы һүҙен тыңлап, кире ҡайтырға мәжбүр була. Сығыш яһамағанына бик үкенә. Икенсе тап­ҡыр килгәс, бер нәмәгә ҡарамай, йырларға була. Тик сәхнәлә бер кем дә ҡалмаған шул. Ҡай­ҙалар икән, тип аптырай. Баҡһаң, фестивалдә ҡатнашыусылар самолётта бәләгә тарып, еңеүсе билдәләнмәгән икән. 2018 йыл башланыр алдынан ғына Эт моңло йырын һуҙа. Фестивалдә ҡатнашыусылар, Ҡыш бабай саҡ килеп өлгөрөп, уның йырлауын Яңы йыл тауышы тип иғлан итәләр.
Бына шундай матур, музыкаль тамаша ҡарап, онотолмаҫ тәьҫораттар, иҫтәлекле бүләктәр алып, ҡыуанып-шатланып ҡайтырға юлланды балалар.

Г. ИБРАЕВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code