«Байрам» салаты

1 банка консерваланған балыҡ, 50 грамм әстерхан сәтләүеге, 1 – 2 алма, 100 грамм майонез, 1 аш ҡалағы лимон һуты, йәшел тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.

Балыҡты сәнске менән иҙегеҙ, сәтләүекте ваҡлағыҙ, таҙартылған алманы йоҡа ғына итеп телеп, бөтәһен бергә бутап, майонез һалып болғатығыҙ. Лимон һутын да өҫтәргә онотмағыҙ. Иң аҙаҡтан өҫтөн йәшел укроп, петрушка менән биҙәгеҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code