Байрамға селтәр тағып барабыҙ

Ҡыҙҙар конкурстарҙа ошо эштәре менән ҡатнашҡан.

Мин мәктәптә төрлө түңәрәктәргә йөрөргә яратам. Улар араһынан күңелгә иң яҡыны – «Оҫта ҡулдар». Тиҫтерҙәрем дә оҡшата.

Уҡытыусыларға ла түшелдерек килешә.

Өсөнсө йыл инде беҙҙә Йәш натуралистар станцияһының «Уйлап сығарыусылар» түңәрәге эшләй. Уны Римма Рәфит ҡыҙы Тайбугина ойошторҙо. Тәүге дәрестәрҙә энә, ҡай­сы, ырғаҡтар ҡулланырға өйрәндек. Төр­лө материалдарҙан сәскәләр, картиналар, китаптар, телефонға ҡап эшләнек. Һуңғы дәрестәрҙә башҡорт милли кейеменең атрибуты булған селтәр­ҙәр, алҡалар яһарға өйрәндек. Был түңәрәккә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары ла бик теләп йөрөй.
Беҙҙе оҫталыҡҡа өйрәткән Рим­ма Рәфит ҡыҙына ҙур рәхмәт. Былтыр ғәҙәти булмаған ҡул эштәре (флористика, топиарий, фоамирандан сәскәләр) менән төрлө конкурс­тар­ҙа ҡатнашып, призлы урындар ал­дыҡ.

«Селтәр» байрамында етәксебеҙ Римма Рәфит ҡыҙы менән.

Ә быйыл башҡорт халҡының милли биҙәүестәрен эшләү серҙәренә төшөндөк. Етәксебеҙ Римма Рәфит ҡыҙы Тайбугина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, милли кейем тарихы менән дә таныштырҙы. Стилләштерелгән түшелдеректәрҙе эшләүе ҡыйын булманы, ә киреһенсә, мауыҡтырғыс ҡул эше төрө булып сыҡты.
Яңыраҡ мәктәбебеҙҙә «Селтәр» байрамы үтте. Был сарала үҙебеҙ әҙерләгән әйберҙәрҙе тағып, дефиле күрһәттек. Килгән ҡунаҡтар яһа­ған эштәрҙе күреп хайран ҡал­һа, беҙ иһә үҙебеҙҙе ысын баш­ҡорт һылыу­ҙа­ры һымаҡ хис итеп, ғорурландыҡ. Хал­ҡыбыҙҙың тарихын мәңгелләштереүҙә ҡатнашыуыбыҙға шатландыҡ та.
Түңәрәктең иң әүҙем ағзалары – Мәҙинә Тайбугина, Нурания Кейекбирҙина, Илзирә Ишбаева, Гөлзимә Тулыбаева, Наҙгөл Оморҙаҡова, Зәлифә һәм Сәриә Иҫәндәүләтовалар, Лиана Ғөбәйҙуллина. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа ҡыҙығып китеп, үҙҙәренә түшелдеректәр тегеп алды. Ә ауылыбыҙҙың инәйҙәре беҙгә оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Хәҙер селтәр­ҙәр­ҙе байрамдарға ла тағып килә башланыҡ.

Нурзидә ЮНЫСОВА, V синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ишбирҙе мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code