Баҙансат ауылы

Тыуған яҡ һәр кешегә ҡәҙерле һәм яҡын. Әммә уны яратыу ғына етмәй, тарихын да белергә кәрәк. Төйәгебеҙҙәге урман-тау­ҙарҙың, йылға-күлдәрҙең исемдәре ниндәй серле! Уларҙы өйрәнеү һәм киләһе быуынға еткереү мөһим. Шуның өсөн дә Баҙансат ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары исемлеген туплау, легендаларын өйрәнеү һәм төркөмләү эшенә тотондом. Ауылдағы олатайҙар, инәйҙәр менән осрашып, уларҙан әллә күпме мәғлүмәт алдым. Әле һеҙгә тәҡдим иткән хеҙмәт емешемдә Тимерхан Нурисламовтың яҙмаларын ҡулландым.

Ауыл тирәһендәге һәр ер-һыу атамаһының үҙ тарихы бар. Ә Баҙансат исеме нимә аңлата? Ауыл ҡасан барлыҡҡа килгән?
Был тирәлә ҙур янғындар була. Шул арҡала тәүге төҙөлгән ауыл юҡҡа сыға. 1906 йылда ошо урынға күсеп ултырыу өсөн бер нисә кеше бура әҙерләй. Ләкин тағы янғын сыға, әҙерләгән ағастары янып бөтә. 1907 йыл бөткәнсе янғындар туҡталмай. 1909 йылда ныҡлы әҙерлек алып барып, 1910 йыл Миңлеғәли Вафин, Солтангәрәй Вәлиев, Латип Атисанов, Мөғәтәбәр менән Солтангәрәй нигеҙ ҡора. Уларҙың ауылға исем ҡушыр­ға, документлаштырырға ваҡыттары ҡалмай.
Ара йыраҡ булһа ла, Иҫке Ҡаҙансынан юл өҙөлмәгән. Туған-тумаса, таныштар килә. Улар, «дүрт өйлө»гә барабыҙ, тигәндәр. Һәм ауылды шулай тип атай башлай­ҙар.
Исеме 1912 йылда үҙгәрә, Ба­ҙансат булып китә. Ауылға тағы ла бер нисә кеше күсеп килә. Ни өсөн Баҙансат тип исем бирелеүгә аныҡ һәм дөрөҫ мәғлүмәт юҡ.
Бер нисә фараз бар. Хәйрулла Заманов һөйләүе буйынса, йылға башы күп йылдар элек бик ҡараңғы урман һәм әрәмәлек эсендә, ә һы­уы иҫ киткеҫ һалҡын булған. Был урынға килеп эшләүселәр уны, боҙҙан сыға, шуға күрә һалҡын, тип аңлатҡан. Йылғаны ла «Боҙ шишмәһе» тип йөрөткәндәр. Ә 1910 йылда ауыл төҙөлөп, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ҙа күсеп килгәс, уны Баҙан шишмәһе тип атай­ҙар, ә Саты – Көтмәҫ йылғаһының Баҙанға ҡушылған урыны. Шулай итеп, ауыл Баҙансат исемен ала.

Һалҡын шишмә

Беҙҙең ауылда тыумыштан һу­ҡыр ҡыҙыҡай йәшәгән. Ул бик ҡай­ғырған, хатта үҙенә-үҙе ҡул һалмаҡсы була. Әммә кешеләр күреп ҡалып, уны ҡотҡара. Ҡыҙҙың өйөнән йыраҡ түгел бер шишмә сыҡҡан. Гел шунда барып, һан­ду­ғас­тар һайрауын, шишмәнең сылтырап аҡҡанын тыңлап ултырырға ла ярат­ҡан. Килгән һайын һыу менән битен, күҙҙәрен йыуған.
Бер мәл ауылда ҙур янғын сыға ла ауыл халҡы күсеп китергә була. Ни хикмәт: ҡы­ҙыҡай ҡапыл ғына күрә башлай. Шишмә һыуының файҙаһы тейгән! Был хәбәрҙе ишеткәс, ауыл халҡы күсеп китмәҫкә ҡарар итә. Шул көндән башлап Һалҡын шишмәнең фай­ҙалы икәнен беләләр. Әлеге көндә лә күп кеше һыуын ҡуллана, уның шифалы булыуына ышана. Ауыл хал­ҡы быйыл өмәгә йыйылып, шишмәне таҙартты, тирә-яғына ағас­тар ултыртты.

Аҡландар

Баҙансат ауылы урмандар менән уратып алынған. Аҡландар ҙа күп. Ә уларҙың һәр береһенең тиерлек исеме бар. Мәҫәлән: «Ыштан балаҡ». Был аҡланды иғтибар менән ҡараһаң, ысынлап та, ыштан балағына оҡшаған. Тағы Ғашҡый, Мулла, Нәби, Ғәффәр ҡарт яландары бар. Элек ауылда йәшәгән ҡарттарҙың исемдәре менән атал­ған улар.

Илаҡ түбә

Колхозға берләшкәнгә тиклем ерҙәрҙе ашлыҡ сәсергә, бесәнлек итеп халыҡҡа бүлеп биргәндәр. Кемгә ҡайһы ялан эләккән, шу­ға ошо кешенең исеме ҡушылған. Ә бына Илаҡ түбә яланының тарихы былай. Беҙҙең тирәләге ауыл урмандарын ҡырҡырға килгән ур­ман­сылар аҙашып, уларҙың бере­һе илап йөрөгән, имеш. Шул урын­ға Илаҡ түбә тип исем биргәндәр.

Хәжи яланы

Был урында бик күп йылдар элек Хәжи исемле кеше йәшәгән. Ялан­ға хужа булған. Бер кемгә лә ерҙе эшкәртергә, уға ҡул тейҙерергә рөхсәт бирмәгән. Бары тик үҙе ге­нә көн күргән. Исеме шунан килеп сыҡҡан.

Аҡҡошло күле

Ауылыбыҙ иҫ китмәле матур ерҙә урынлашҡан. Беҙҙә урмандар ҙа, күлдәр ҙә, еләк-емештәр ҙә етерлек. Шулай уҡ ауылыбыҙ эргәһендә 11 мүклек иҫәпләнә. Улар­ҙың һәр береһенең исеме, үҙ тарихы бар. Кирәй һаҙы, Имән күл мүклеге, Нуриев мүклеге, Полянский мүклеге, Аҡҡош күле мүклеге һәм башҡалар.
Аҡҡош күле мүклеге – ҙур һәм матур урындарҙың береһе, уның еләге лә эре, тәмле. Әбей-бабай­ҙар һөйләүе буйынса, был урында күл булған. Ул бер йыл мүклектең уртаһында булһа, икенсе йылда икенсе яҡ ярға күскән. Бында пар аҡҡоштар ҙа йөҙгән. Кешеләр мүклеккә барып еләк йыйып, ошо ҡоштарға ҡарап һоҡланып ҡайтҡан. Ләкин көндәрҙән бер көндө яуыз аусы аҡҡоштарҙың береһен атып алған. Парын юғалтҡас, икенсеһе яңғыҙ йәшәй алмай икән. Күл дә бойоғоп ҡалған, ә икенсе йылға ул үҙен йәмләп йөҙгән ҡоштары булмағас, юҡҡа сыҡҡан. Хә­ҙер инде мүклектең «Аҡҡошло күл» тигән исеме генә тороп ҡалған.

Аделя КАРАМОВА.
Асҡын районы, Баҙансат мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code