Бөтә мәктәптәргә лә – юғары тиҙлектәге интернет

Республика Башлығы ҡарамағындағы Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса советтың сираттағы ултырышында, 2018 йылда барлыҡ мәктәптәр ҙә юғары тиҙлектәге интернет менән тәьмин ителергә тейеш, тип билдәләнде. Бөгөн Башҡортостандағы белем усаҡтары айырым килешеү буйынса бөтә донъя селтәренә инә. Бөтә мәктәптәрҙә лә юғары тиҙлектәге интернет булдырыу республиканың Электрон белем биреү системаһына инергә лә мөмкинлек бирәсәк.

Тәүге этапта – ошо йылдың 1 сентябренә тиклем 1 мең 800 мәктәпкә уны тоташтырыу көтөлһә, юғары тиҙлектәге интернетҡа тулыһынса күсеүҙе 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тамамлау күҙаллана.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code