Бөтә өмөт Бурдасовтамы?

«Салауат Юлаев» бер ҙә генә матур уйнап китә алмай. Бына тағы ла ике тапҡыр ҙур иҫәпкә ҡыйратылды. Шулар­ҙың береһе үҙ боҙонда…
Өфөлә «Металлург»ты (Маг­нитогорск) 1:0 иҫәбенә еңеп бара инек. Голды Йоонас Кемппайнен индерҙе. Бынан тыш, әллә күпме мөмкинлектәр булды. Ҡунаҡтар йыш ҡына штраф ваҡыты алып, аҙсылыҡта ҡалды. Юлаевсылар шул саҡта ла гол индерә алманы. Көйәрмәндәр аптырай. Ҡайҙа булған беҙҙең оҫта һөжүм итеүселәр? Мәргәнлек күрһәткән һаҡсыбыҙ Филип Ларсен да был уйында юғалып ҡалды. Әйткәндәй, ҡунаҡтарҙың ике голы уның тупаҫ хатаһы арҡаһында үткәрелде – 1:4.

Беҙҙең командала үҙгәрештәр бар. ЦСКА-нан һөжүм итеүсе Антон Бурдасов менән «Себер»­ҙән һаҡсы Фёдор Беляков юлаевсылар өсөн уйнай башланы. Ә һөжүм итеүселәребеҙ Денис Кокарев («Металлург», Магнитогорск) һәм Евгений Бодров («Себер», Новосибирск) Өфө менән хушлашты. Хоккейсылар менән алмашыуҙар кем файҙаһына булыр? Быны ваҡыт күрһәтер.
Владивостокта «Адмирал» менән уйын да кәйефте төшөрҙө. Тағы ла еңелдек бит – 1:5. Командабыҙ боҙға әҙерлекһеҙ сыҡҡан һымаҡ ине, йоҡлап йөрөгән кеүек күренделәр. Ҡапҡасыларыбыҙ ике­һе лә ҡотҡарманы, еңел генә голдар үткәрҙеләр. Ә Бур­дасов менән Беляков нисекме? Улар ҙа ҡыуандырма­ны.
Кисә юлаевсылар Пекинда «Куньлунь Ред Стар» менән уйнаһа, ә шәмбе көнө Хабаровскиҙа «Амур» менән алыш буласаҡ. Был һынауҙарҙы нисек үтерҙәр?

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code