Бөтәһе лә бәләкәйҙән башлана

Халҡыбыҙҙа элек-электән ҡул эшенә оҫталар күп булған. Яһаған әйберҙәре менән йорт эсен биҙәгәндәр. Өй матур, байрам кәйефе төҫө алған. Ошоларҙы хәтерҙә тотоп, бер көн хеҙмәт дәресендә әсәйҙәребеҙ менән кис ултырып, ижади эш башҡарырға ҡушылды. Беҙ мендәр тегергә булдыҡ. Өләсәйҙәребеҙ кеүек, эшебеҙҙе бөтә күңелебеҙҙе һалып башҡарырға тырыштыҡ. Һәйбәт кенә килеп сыҡты. Унан инде бишенсе синыф ҡыҙҙарының күргәҙмәһен дә ойошторҙоҡ.

«Үҙебеҙ әҙерләнек был бүләктәрҙе».

Зауыҡлы тәрбиә ошонан башлана, тип уйлайым. Бәләкәйҙән гүзәллекте күреп, шуны булдырыуҙа ҡатнашып үҫһәк, аҙаҡ үҙебеҙ донъя көткәндә лә матурлыҡҡа сумып йәшәүебеҙгә ышанам.

Азалиә МУСИНА, V «В» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code