Бөгәмәле нимәне аңлата?

Рәүҙәк Ишембай районының тауҙар ҡуйынында баш алып, был тирәгә килеп еткәнсе, тиҫтәләгән саҡрым ара үтә. Үҙ юлында берсә бейек тау-таштар араһынан етеҙ йүгергән тау йылғаһы булып, берсә тыныс ҡына аҡҡан үҙән йыл­ғаһына әйләнеп, быуаттар буйы ер һәм кешеләрҙе көмөштәй саф һыуы менән кинәндергән бит ул. Сал Урал тауҙары ҡуйынынан аҡҡан эреле-ваҡлы күп йылғалар кеүек, Рәүҙәк тә тарихтағы иҫәп­һеҙ ваҡиғаларға шаһит булһа ла, улар тураһында һөйләй алмай. Ошо хәлдәр беҙҙең көндәргә бары риүәйәттәр аша кеше хәтеренең быуаттар буйы һаҡлаған ҡиммәтле рухи ҡомартҡылары рәүешендә килеп еткән.

Рәүҙәк йылғаһы буйында төрлө матур сәскәле, үләнгә мул Сәфәртуйы яланы йәйрәп ята. Уның ни өсөн шулай аталыуы тураһында Иҫәкәй ауылында тыуып үҫкән, 16 йәшенән хеҙмәт юлын башлаған һәм хаҡлы ялға сыҡ­ҡансы урмансы булып эшләгән 1952 йылғы Зиннур Хәмит улы Ибәтуллин бабай һөйләне. Рә­үҙәк буйындағы бик күп урындар­ҙы атамалары менән яҡшы белгән, тәбиғәтте ныҡ яратҡан, тыу­ған яғына ҙур хөрмәт менән ҡараған кеше ул. Үҙе йәш саҡта йәйәүләп тә, ат менән дә, тракторҙа ла үткән, эшләп йөрөгән ер-һыу­ҙарҙы һағынып һөйләй:
«Ыласын ташы тауынан һуң Рәүҙәк буйлап өҫтәрәк ятҡан был ялан – борон башҡорттарҙың йәйләү урыны булған. Беҙҙең көндәрҙә йәғни, эшселәр шул яҡҡа ағас киҫергә йөрөгәндә лә, утар булып, йәшәп торорға ярарлыҡ торлағы, мал бикләгән һарай-лапаҫтары була торғайны әле.
Элек Һарғай ауылында Сәфәрбикә исемле бик сибәр, уңған ҡыҙ йәшәгән. Атаһы хәлле, дәрәжәле кеше булараҡ, йәй етһә, йөҙәрләгән баш малы менән шул яланға йәйләүгә сыҡҡандар. Сәфәрбикәне һоратып, төрлө яҡтан яусылар килгән. Ҡыҙ үҙенә оҡшаған егетте һайлап, кейәүгә сы­ғырға ризалыҡ биргән, йәйләүҙә, ҙур байрам яһап, туй үткәргәндәр. Тик шул мәлдә Сәфәрбикә тарафынан кире ҡағыл­ған егет ҡыҙға ағыу бирҙерә. Туй көнө ҡайғы көнөнә әйләнә. Шунан һуң был урынды «Сәфәртуй яланы» тип йөрөтә башлайҙар. Һуғыштан һуң­ғы йылдарҙа унда утар булып, бер нисә ғаилә донъя көтөп йәшәгән».
Шул йүнәлештә Аҡбулат яланы тигән урынды үткәс, тағы ла бер ҡыҙыҡлы атама йөрөткән тау һырты бар икән. Был турала өләсәйемә 1927 йылғы Рәхимә Хәбир ҡыҙы Хәкимова ҡартәсәйем һөйләгән. Шул яҡҡа улар һалабаш һалырға, һуңынан йүкәһен һыҙырырға эшкә йөрөгән. Был һырт Бөгәмәле тип йөрөтөлә икән. Белорет яғынан Иҫке Һәйет, Сау­ҡайорт, Ҡолғона ауылдары тирә­һенән үткән урман юлы, йәғни тәреле сәйәхәт юлы булған ул. Христосҡа табыныу­сылар, тәреләр күтәреп, тау-урмандар аша, Ғафури районындағы Богоявлен ауылына юл тот­ҡан. Бөгәмәле, йәғни «Бога молю» һүҙҙәренең башҡортсаға әйләндерелеп әйтелгән рәүеше. Ҡартәсәйемдәр йәш сағында эшкә йөрөгәндә юлда ул сәйәхәтселәрҙе осрат­ҡандары булған.
Ғафури районының хәҙерге Красноусол ҡасабаһының революцияға тиклемге исеме – Богоявлен. Уның тураһында риүәйәтте белмәһәң, «Бөгәмәле» атамаһының мәғәнәһе лә аңлашылмаҫ ине. Шул яҡтан аҡҡан Усолка йәки Тоҙлоһыу йылғаһынан алыҫ түгел урында, йылға ярындағы бер тау ҡыуышында Табын ауылы кешеләре Изге Марияның улы Иисусты күкрәгенә ҡыҫып һынландырылған икона таба. Ул X – XII быуаттар араһында ижад ителгән, тип фаразлана. Был икона аҙаҡ юғал­ған һәм артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Шунан һуң яҡындағы ауыл Богоявлен (Алла күренгән) ауылы булып китә. Совет власы урынлашҡас, Ҡыҙыл Усолка исеме бирелеп, хәҙерге Красноусол ҡасабаһы барлыҡҡа килгән. Ә тау ҡыуышы һәм йылға изге урынға әйләнә. Һәр йәй Пасха байрамынан һуң икона табылған ҡыуышлыҡ алдына ме­ңәрләгән кеше табынырға килә. Ошонда (Табынская Божья Матерь) «Изге Табын Инәһе» байрамы үткәрәләр. Тау ҡыуышы киртләстәренә күп майшәмдәр урынлаштырыла. Тоҙлоһыу йыл­ғаһы буйында яр ситенән урғып сығып ятҡан шишмә һыуында ҡойоноу өсөн махсус һыу ингестәр эшләнгән. Бында дингә ышаныусылар ғына түгел, ә сәйәхәтселәр һәм ял итергә килеүселәр ҙә күп була. Улар барыһы ла, изге һыуҙа ҡойоноп, ауырыуҙарына шифа табабыҙ, тип өмөт итә. Тау ҡыуышынан өҫтә сиркәү төҙөлгән, түбәндә монастырь бар.
Йылғаның аръяғында данлыҡлы Красноусол шифаханаһы урынлашҡан, уның күркәм биналары былай ҙа матур тәбиғәтте тағы ла йәмләп тора. Был урындарҙа беҙ ғаиләбеҙ менән йыш булабыҙ. Тоҙлоһыуҙа һыу инәбеҙ, һалҡын һыулы шишмәһендә лә ҡойоноп сығабыҙ. Йылғаның шифалы бат­ҡағына буялып, һыу инеүселәр­ҙән бер ҙә ҡурҡмай, балаларын эйәртеп йөҙөп йөрөүсе ҡыр өйрәктәре ярға яҡын уҡ килеп, һыу­ға ырғытҡан икмәкте ашап китә. Иҫ китмәле йәмле тәбиғәт күренештәре менән бергә үҙеңде йәнле тарихтың бер өлөшө итеп тойоу күңелдә яҡты хистәр тыу­ҙыра.
Хәҙерге көндә элекке кеүек юлһыҙ тау-урман аша әлһерәп-арып, ауыр тәреләр күтәреп йәйәү килеүсе Иисусҡа табыныу­сылар ҙа юҡтыр инде. Ваҡыт үтеү менән бар нәмә лә үҙгәрә. Стәрлетамаҡ – Белорет юлы буйынан Красноусол яғына йүнәлеүсе тәре күтәргән сәйәхәтселәрҙе минең дә күргәнем бар. Хәлле бағымсылар ярҙамы менән ойошторол­ған был тәреле сәйәхәт кешеләргә күңелендәге рухи талапты үтәргә ярҙам итәлер. Уларҙың атай-олатайҙары аманат итеп ҡалдырған изге бурысты тоғро үтәргә тырышыуҙары күңелдә ихтирам хисе уята. Төрлө халыҡтар тормошонда һаҡланған ғәҙәт-йолалар ҙа тарихты белергә ярҙам итә.
Тыуған яҡ тарихын белеү өсөн ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһынырға, уларҙың килеп сығыу сәбәптәрен өйрәнергә кәрәк. Кешеләр – тарихты артабан яҙып дауам итеүселәр, беҙгә шуны оноторға ярамай.

Ләйсән СӘЙФУЛЛИНА, IX синыф уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code