Бәхетле йәшәргә өмөтләнәм

Үҫкән һайын мөхәббәт тураһында йышыраҡ уйланам. Нимә һуң ул? Минеңсә, бер-береңә ныҡ кәрәк икәнде аңлау, унһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмау, күргәс, шатланыу, серҙәреңде ышанып һөйләү, яратыу. Һөйгәнең өсөн көйәләнеү, уға ҡыйын саҡта нисек тә ярҙам итергә генә тырышыу, гел шат күңелле булыуын теләү ҙә – һөйөү билдәһе.Яуапһыҙ мөхәббәттән дә ауыры юҡ. Танышым бер егетте өҙөлөп һөйә, ә тегеһе иғтибар ҙа итмәй. Ҡыҙыҡай төндәрен илап үткәрә, көн дә һөйгәнен күрергә тырыша, хистәрен белгертергә ҡурҡа.
Ә Гөлиә менән Сабир (исемдәрен үҙгәрттем) бәләкәй саҡта гел эләгешергә, әрләшергә торалар ине. Өлкән синыфта уҡыған саҡта бер кисәлә синыф етәксеһе икеһен вальс бейетте, шунан нисектер дуҫлашып киттеләр. Хәҙер улар гел бергә.
Мин мөхәббәт тураһында әҙәби китаптар уҡырға, фильмдар ҡарарға яратам. Бер-береһен өҙөлөп һөйөп, ҡаршылыҡтар аша үтеп, бергә ҡалған парҙарға һоҡланам. Мөхәббәткә ҡоролған ғаилә ныҡлы була. Мәҫәлән, әсәйем менән атайым яратышып өйләнешкән, 25 йыл бәхетле йәшәйҙәр, өс ҡыҙ үҫтерәләр.
Киләсәктә үҙем дә мөхәббәтемде табып, матур ғаилә ҡороп, бик бәхетле йәшәрмен, тип өмөтләнәм.

Миләүшә ЯХИНА.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code