Бәхетле бала саҡ илендә

«Сәскә феяһында ҡунаҡта» байрамында.

Йәй миҙгелендә беҙҙең «Шатлыҡ» балалар баҡсаһында ла һәр көндө балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға, хәүефһеҙлеген хәстәрләүгә, туған телебеҙ – башҡорт телендә аралашыуға ҡоролған төрлө мауыҡтырғыс саралар ойошторолдо. Уларҙан ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы.

Беҙҙең балалар баҡсаһы һәр байрамға ентекле әҙерләнә. Тәүҙә бәләкәстәрҙе «Күңелле фокустар менән дискотека», «Оҫта әкиәтсе һәм зирәк йомаҡ сисеүсе», «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух», «Мин – оҫта рәссам», «Йыр-моң иле» кеүек төрлө ҡыҙыҡлы саралар көтһә, «Баш­ҡорт халыҡ уйындары» тигәнендә ҡыҙҙар, малайҙар зәңгәр экрандарҙан яратып ҡараған «Сәңгелдәк» тапшырыуы геройы Тыр-Тыр менән бергәләп ҡыуанып, хал­ҡыбыҙҙың төрлө хәрәкәтле балалар уйындарын уйнап кинәнде.

Уртансы төркөмдә –
«Баҡсасы көнө».

Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ яҙғы hабан – сәсеү эштәрен тамамлағас, hабантуй байрамын үткәргән. Баҡсабыҙҙа матур йолаға әйләнгән был сараны ла уҙғарыу быйылғы йәйҙең бер биҙәге булды. Байрам башланыр алдынан балалар һебә тотоп, «Һабантуй» башҡорт халыҡ йырын башҡарып, төркөмдән төркөмгә йөрөп, бүләктәр йыйҙы. Балалар баҡсаhы мөдире Айгөл Фәрит ҡыҙы Кәримова кескәй­ҙәр­ҙең уңыштары, ҡаҙаныштары тураһында ла әйтеп үтте.
Балаларҙың һәр ҡайһыһы «Ат сабышыу», «Һыу ташыу», «Милли көрәш», «Тоҡ менән алыш», «Ауыҙға ҡалаҡҡа һалынған йомортҡа ҡабып йүгереү», «Көршәк ватыу» кеүек халҡыбыҙҙың милли уйын-ярыштарында ихлас ҡатнашып, рәхәтләнеп күңел асты.
Шулай уҡ 1941 йылда илебеҙгә оло ҡайғы алып килгән һуғыш, уның михнәттәре тура­һында ла йәш быуын белеп үҫергә тейеш. Баҡсабыҙҙа 22 июндә Ҡайғы һәм хәтер көнө билдәләнде. Был сарала өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары «Тарих бите. Бер кем дә онотолмай» видеоролигын ҡараны, һуғыш осоро йырҙарын тыңланы, шиғырҙар һөйләне. Кескәйҙәребеҙ үҙҙәренә бәхетле бала саҡ бүләк иткән ата-бабаларыбыҙҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды һәм балалар баҡсаһы май­ҙансығы буйлап «Үлемһеҙ полк» парадында атлап үтте.
Төркөмдәр араһында шулай уҡ «Күгәрсен – тыныслыҡ символы» балалар һүрәттәре конкурсы ойошторолдо.

«Хәүефле әйберҙәр иле»ндә.

«Яратҡан әкиәт геройҙары» көнөндә иһә кескәйҙәр әкиәт геройҙарын иҫкә алып, ихласлап әкиәттәр һөйләһә, «Баҡсасы көнө», «Сәскә феяһында ҡунаҡта» байрамында балалар баҡсаһы майҙансыҡтарында күҙ яуын алып үҫкән сәскәләр менән танышты һәм уларҙы нисек тәрбиәләү серҙәрен өйрәнде.
Шулай уҡ баҡсабыҙ майҙансығында урынлашҡан «Экология һуҡмағы»нда дарыу үләндәрен йыйыу, улар менән дауаланыу сер­ҙәрен өйрәнделәр, бал ҡорттарының файҙаһы һәм балдың шифаһы тураһында белделәр. Ата-әсәләр менән берлектә төрлө тәжрибәләр үткәреп, проект эштәре атҡар­ҙылар.
Өйҙә һәм балалар баҡсаһында хәүефһеҙлекте иҫкәртеү маҡсатында ла саралар ойошторолдо. Мәҫәлән, «Айыуҡай» һәм «Тирмәкәй» төркөмдәре балалары «Хәүефле әйберҙәр иле»нә сәйәхәт ҡылды.
Шулай итеп, йәмле йәйебеҙ ата-бабаларыбыҙ рухында тәрбиәләүҙең бер сатҡыһы булып, малайҙар, ҡыҙҙар күңелендә рухи ҡиммәттәр осҡоно ҡабыҙып, файҙалы һәм күңелле үтте.
Ә кескәйҙәребеҙҙең «ҡояшлы йәй»ҙә – бәхетле бала саҡ илендәге күңелле тормошо һис бер ҡасан һүнмәһен, һүрелмәһен, тигән өмөттә яңы уҡыу йылын яңы көстәр менән башлайбыҙ.

Әлфиә БАЙМЫРҘИНА, башҡорт теле уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code