Бәхетем бул

Бәхетем булып кил яныма,
Ҡояшым бул йәшлек яҙыма.
Юғалаһы булма, юғалтма,
Минең барлығымды онотма.

Һөйләр һүҙең булһа, йәшермә,
Ҡарашыңды алма, йәшенмә,
Кәрәкһә, ҡыҫылмам эшеңә,
Тик инермен һәр саҡ төшөңә.
Йөрәгеңде, зинһар, бикләмә,
Ышанһаңсы икән үҙемә,
Алдағандыр, бәлки, башҡалар,
Ә минең эшем юҡ башҡала.

Күҙҙәреңдән наҙҙар һирпелһен,
Өләш бер күңелең йылыһын.
Шул мәлдә үҙең дә тойорһоң
Һөйөүҙең көслөһөн, татлыһын.

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, БДУ студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code