Бәхет яныбыҙҙа ғына

Нимә ул бәхет? Уны ситтән эҙләү кәрәкмәй. Беҙҙең яныбыҙҙа ғына. Иртән наҙлап уятҡан, йылы һүҙҙәр әйтеп иркәләгән, балаҡайым, тип һәр саҡ өҙөлөп тороусы әсәйҙәр булғанда беҙ – Ер йөҙөндәге иң бәхетле кешеләр.

Ҡайҙа ғына йөрөмәйек, күңел һәр саҡ өйгә тарта. Ә унда һағынып, беҙҙең өсөн борсолоп, һәр саҡ ғәзиздәр көтә. Һине өйҙә ҡаршылар кешең барлығын белеп, ашҡынып ҡайтыу оло бәхет түгелме ни? Әсәй – беҙҙең өсөн яҡын дуҫ та, серҙәш тә. Ул барҙа үҙебеҙҙе һәр саҡ ышаныслы тоябыҙ. Тормош ҡуйған ауырлыҡтар алдында һынып ҡалмаҫҡа көс бирә беҙгә ҡәҙерле әсәләр. Тормоштоң ҡатмарлы юлдарында дөрөҫ юлды табырға өйрәтәләр. Тик улар ғына уңыштарыбыҙға, ҡаҙаныштарыбыҙға ысын күңелдән ҡыуана белә.
Балаһы өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер булған яҡындарыбыҙ оло хөрмәткә эйә. Беҙгә ошо яҡты донъяны бүләк иткән һөйөклө кешеләребеҙгә мәңгелек дан. Ғәзиз әсәйҙәребеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләп, оло рәхмәтебеҙҙе белдерәйек. Йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек, йышыраҡ әйтәйек. Ошо оло бәхеттең ҡәҙерен белеп йәшәйек.

Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code