Бәхет теләп хушлашығыҙ

Редакцияға ҡыҙҙарҙан: «Ул мине яратмай, нимә эшләргә?» – тигән хаттар йыш килә. Шулай уҡ «Бәйләнештә»лә был турала яҙалар. Ошондай бихисап һорауҙарға Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияның юғары категориялы педагог-психологы Зилә Ҡадир ҡыҙы Мәғәфүрова яуап бирә.

Кеше мөхәббәтен осратҡас, уның менән күп йылдар бергә-бергә ғүмер кисерергә хыяллана. Ә икенсе яртыһы теләйме, юҡмы, быныһы ла бар бит әле. Яратыуҙан ул хыянатты, йәберләүҙәрҙе ғәфү итә. Шул тойғо ғына ташлап китергә, оноторға ҡушмай. Беҙгә быны бала саҡтан һеңдерәләр: мөхәббәт түҙҙерә, аңлай, мөхәббәт – мәңгелек. Ә тиҙ генә үтеп киткән хистәр һөйөү түгел, ул – мауығыу йәки ғашиҡ ҡына булыу. Мөхәббәт бер нисә йылдан тоҡанып китә ала, бер ҡараштан, бер күреүҙән. Һәр кемдең хис-тойғоһо үҙенсә уяна, үҙенсә һүнә. Кемдер ҡапыл ярата, икенселәрҙә йылдар буйы ярала. Өҙөлөп һөйөүҙәнме ул, хөрмәт итеүҙәнме, йәлләүҙәнме? «Отелло»ла яҙыл­ған бит: «Ул ыҙалар сигеүе арҡаһында яратыла, ә ул шәфҡәтлелеге өсөн».
Кем нисек яратыуына ҡарамаҫтан, һөйөүҙең тышҡы билдәләре бер: йөрәк йыш тибә, ҡулдар, маңлай һыулана, тирләй. Ярат­ҡан кешеңдең ҡиәфәте лә һине ылыҡтыра үҙенә, тарта, ул – миңдәреме, тештәреме, еҫеме, тауышы, ҡосаҡлауы.
Мөхәббәт тураһында бала саҡтан хыялланырға кәрәк. Уны ниндәй итеп һүрәтләйһең, шунда инде табыуы ла еңелерәк була. Был хисте кисергән кеше талпына, ҡанатлана, асыштар яһарға ынтыла.
Әгәр тормошта һеҙҙеңсә килеп сыҡманы, оҡшатҡан кешегеҙ яратмай, ти. Нимә эшләргә? Һеҙҙе яратһындар өсөн барыһын да эшләнегеҙ. Бар йылығыҙҙы, көсөгөҙҙө бир­ҙегеҙ. Әммә яратыу юҡ. Һеҙ уны һөйөүҙең ҡәҙерен белмәүҙә ғәйепләйһегеҙ, нимәм оҡшамай, ҡайһы ерҙә яңылыштым, тип һорау бирәһегеҙ. Ниңә мөхәббәтем яуапһыҙ?
Яуапһыҙ мөхәббәт һәр бер кешегә бирелә. Нимә өсөн, тиһегеҙме? Һеҙ фәһем, аҡыл туплаһын өсөн. Был үҫмер һәм йәшлек ваҡытында йышыраҡ осрай. Иң ауыр, иҫтә ҡалған мәлдәр ошо осорҙан килә. Шул иләҫ-миләҫ саҡта кеше яратыу нескәлектәренә төшөнә башлай. «Яратмайым мин һине», – тинеләр икән, тимәк, ул һинең менән асыҡтан-асыҡ аңлашыуһыҙ һөйләшә. Әгәр, ғашиҡ булмайынса яратам, тиһә, һеҙ алдашыу, ялған менән йәшәүгә риза булыр инегеҙме? Яратмаған кеше яратмағанын әйтергә көс тапһа, ул намыҫлы була. Тимәк, һеҙҙе көслө итеп күрә, ҡыйынлыҡтарҙы үтерегеҙгә ышана. Бында бер-береңә саф күңелле бу­лыу ҡәҙерле. Яратмай икән, тотмағыҙ, бәхет теләп хушлашығыҙ. Бер-берегеҙҙе ыҙа­латмағыҙ, һығымта яһағыҙ, артабан йәшәгеҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code